КАРЯКИН, Горбунов, Краснокама р‑нындағы ауыл, Мүзәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 12 км һәм Нефтекама т. юл ст. Т. табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 771 кеше; 1920 — 896; 1939 — 502; 1959 — 362; 1989 — 126; 2002 — 131; 2010 — 130 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 18 б. башында Уҫы даруғаһының ҡаҙна ведомствоһы ерҙәрендә Каряков исеме м‑н батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. (хәҙ. исемдә) 116 йортта 696 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 4 һыу тирмәне булған. 1906 й. земство мәктәбе, 3 тимерлек, шарап һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.