КАРЮКОВ Фәһим Сайран улы (4.1.1948, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Яңы Кәлсер а.), тренер. Шайбалы хоккей б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2004), СССР‑ҙың спорт мастеры (1976). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1994). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1978). “Авангард” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Стәрлетамаҡ ҡ., тренеры С.Коршунов). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы командаһы өсөн уйнай (1969—73, 1975—80). “Шахтёр кубогы” халыҡ-ара турниры еңеүсеһе (Польша, 1972). 1980 й. алып “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы уҡытыусы‑тренеры, бер үк ваҡытта СССР (1986) һәм Рәсәй (1998) үҫмер спортсылар йыйылма командалары тренеры. К. етәкс. “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы үҫмерҙәр командаһы Рәсәй беренселектәренең көмөш (1998—99) һәм бронза (1996—97) призёры, “Балтика көҙө” халыҡ‑ара турнирының (Рига, 1998) еңеүсеһе була. Тәрбиәләнеүселәре араһында Д.В.Денисов, ш. уҡ СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең 9 спорт мастеры.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.