КАРУАНҺАРАЙ, тарих‑архитектура комплексы. Ырымбур ҡ. урынлашҡан. 1838—44 йй. В.А.Перовский инициативаһы б‑са (архитектор А.П.Брюллов проекты) ҡаланан бер аҙ ситтәрәк Башҡортмишәр ғәскәре командующийының канцелярияһын урынлаштырыу һәм ситтән килгән мосолмандарҙы ҡунырға индереү өсөн төҙөлә. Комплексты төҙөү өсөн аҡсаның күп өлөшө башҡ. халҡынан (804 мең һум) йыйып алына. Бөтә эштәр ҙә башлыса ш. уҡ башҡорттар (1838 й. июль—окт. 2789 кеше ат м‑н һәм 1257 атһыҙ кеше) тарафынан башҡарыла. К. асылыуы император Николай I тыуған көнөнә бағышлана һәм 1846 й. 30 авг. үтә. К. 5 га майҙанды биләгән парк (элекке сиктәрендә һаҡланмаған; уның өсөн Стәрлетамаҡ өйәҙенән ағастар килтерелгән булған) һәм таш ҡойма м‑н уратып алынған. Комплексҡа эске ихатаһы булған төп корпус, композицияның үҙәген хасил иткән мәсет һәм ихатаға инеү яғынан ансамблдең арауыҡтағы үҙәген нығытып торған манара инә. Төп корпус бер‑береһе м‑н тоташтырылған 3 ҡатлы 5 таш бинанан тора, улар П хәрефе рәүешендә урынлашҡан, ихатаның эске яғында бер‑береһенән тигеҙ алыҫлыҡта урынлашҡан 13 ишек бар; көнбайыш һәм көнсығыш яҡтарында хужалыҡ ихатаһы төҙөлгән. Мәсет (бейеклеге — 18,9 м, киңлеге — 12,6 м) бинаһы 8 мөйөшлө, көмбәҙ м‑н ябылған, инеү урыны төньяҡта. Мәсеттең планировкаһы уға оҡшаш ҡоролмаларҙың Көнсығыш илдәрендә ҡабул ителгән традицион формаларынан айырыла. Башҡорттар араһында шундай риүәйәт йөрөй: К. төҙөгән ваҡытта уның төп ихата уртаһына тирмә ҡуйылған йәйләү ҡоролошон сағылдырыу теләге иҫәпкә алынған. Намаҙ бүлмәһенең стеналары мәрмәрле, пилястралар м‑н биҙәлгән, улар араһына алтын ялатылған ғәрәп хәрефтәре м‑н Ҡөрьән сүрәләре яҙылған. Көньяҡ стенаһының намаҙ бүлмәһендә башына манара м‑н алтын ялатылған ярым ай ҡуйылған сатыр түбәле кафедра (ул михрабты алмаштырған) урынлаштырылған. Мәсеттең көмбәҙе эске яҡтан 3 өлөшкә бүленгән: өҫкөһөндә уртаһында ҡояш балҡыған күк йөҙө төшөрөлгән, ҡояшты 8 ярым ай м‑н 6 ҡанатлы йондоҙҙар уратып алған; урталағыһы һәр ҡайһыһы биҙәкләп һыланған, уртаһына 8 ҡанатлы йондоҙ төшөрөлгән бер тигеҙ 8 өлөшкә бүленгән; түбәнге өлөшөндә аркалы тәҙрәләр уйылып, уларҙың аралары арабескалар һәм башҡ. орнаменты м‑н биҙәлгән. Көмбәҙҙе 6 ҡырлы гәлсәр призмалы алтын ялатылған люстра йәмләп тора. Конус рәүешле осло манараһы 3 яруслы башня (бейеклеге — яҡынса 38,8 м) һымаҡ: түбәнге ярусы квадрат формаһында эшләнгән, 5,2 м бейеклектә 8 ҡырлыға әйләнә, урталағыһы — каннелюралар м‑н биҙәлгән колонна (эсе ҡыуыш, диам. — 2,1 м) рәүешендә, 19 м бейеклектә сталактит кәрниз м‑н биҙәлгән, өҫкө өлөшө цилиндр формаһында, икенсе кәрниз м‑н ҡаймаланып тамамланған. Манарала 136 баҫмалы бормалы таш баҫҡыс бар. Проект эшләгәндә һәм стиль һайлағанда автор көнсығыш төҙөлөш сәнғәте мираҫына мөрәжәғәт итә. Бөтә биналар ҙа уҡ башағы кеүек осло өс ҡанатлы аркалар, мөйөштәре парлы кескәй башнялар м‑н биҙәлгән; намаҙ бүлмәһендәге кафедра, манара, мәсет алтын ялатылған ярым ай ҡуйылған осло манара м‑н тамамлана, биҙәүҙә ағас һырлағанда (ҡара: Нәфис ағас сәнғәте), аппликацияларҙа һәм сигеүҙәрҙә осраған элементтар, үҫемлек һәм геом. орнамент ҡулланылған. К. башҡорттарға идара итеү учреждениелары, ситтән килеүсе мосолмандар өсөн юлаусылар йорто, башҡорттар өсөн оҫтахана һәм мәктәп, 1865 й. алып Ырымбур ген.‑губ‑рының фатиры һәм канцелярияһы, губерна учреждениелары, башҡ. ерҙәрен ыҙанлау б‑са комиссия урынлаша. 1917 й. июлендә 1‑се Башҡорт ҡоролтайында К. милли милек тип иғлан ителә һәм нояб. унда Башҡорт мәркәз шураһы урынлаша, 1918 й. 6 февр. РСФСР Милләттәр эштәре б‑са ХК декреты м‑н К. башҡ. халҡына тапшырылыуы т‑да иғлан ителә, авг.—дек. Башҡорт хөкүмәте м‑н уның ғәскәри учреждениелары урынлаша. 1921 й. К. Башҡ. халыҡ мәғарифы ин‑ты (һуңыраҡ Ырымбур башҡорт педагогия техникумы) асыла. 1924 й. сент. комплекс (БАССР‑ҙың мәғариф ХК ҡарамағында ҡалдырылған пед. техникум бинаһынан тыш) Ҡырғыҙ респ., 1934 й. — Ырымбур өлкәһенә тапшырыла. 1936 й. алып К. Ырымбур геология берекмәһе, 1998 й. — Сауҙа‑сәнәғәт палатаһы; 1954—91 йй. мәсет бинаһында планетарий урынлаша. Мәсет хәҙ. көндә лә эшләй. К. тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора. К. бинаһына 1917 й. дек. унда Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы (ҡара: Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары) үтеүе һәм Башҡ. хөкүмәте м‑н Башҡорт ғәскәре штабы урынлашыуы иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2007).

Әҙәб.: Янгузин Р.З. Караван-Сарай — национальная святыня башкирского народа //Оренбургской губернии — 250 лет: проблемы истории и культуры. Оренбург, 1994.

М.Ғәлиева, Р.Н.Ҡотошов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке