КАРУАНҺАРАЙ, Сауҙа  рәттәре, 19 б. уртаһы — 20 б. башына ҡараған архитектура ҡомартҡыһы. Өфөлә урынлашҡан (Үрге Сауҙа майҙаны, 1). Петербург архитекторы А.И.Мельников проекты б‑са (төҙөлөш барышында проектҡа башҡа архитекторҙар, төҙөүселәр тарафынан үҙгәрештәр индерелә) 1825—67 йй. (1799 й. янған Түб. Сауҙа майҙанындағы ағас Каруанһарай урынында) төҙөлә. Классицизм стилендәге бер ҡатлы таш бина уңайлы урыны, ҙур күләме, симметриялы ҡоролошо һөҙөмтәһендә Үрге Сауҙа майҙанының композицион үҙәгенә әйләнә. Тура мөйөш рәүешендәге бинала сауҙа итеү өсөн 56‑шар тышҡы һәм эске урын була; уртала склад биналары урынлаштырыла. Һәр дүрт яҡтың да фасады буйлап аркалы тәҙрәле асыҡ галерея һуҙыла. 1858 й. К. бөтә урындары ла сауҙагәрҙәргә һатып бөтөлә. 1866 й. мәғлүмәттәр б‑са, тышҡы урындарға 25 сауҙагәр һәм 2 мещан эйә була. 1‑се гильдия сауҙагәре К.И.Блохиндың (ҡара: Блохиндар) — 9 урыны, 2‑се гильдия сауҙагәре М.А.Полетаевтың 5 урыны була, 7‑се кибеткә мираҫ б‑са 1904—16 йй. М.В.Нестеров хужа була.

1942 й. К. бинаһында Мәскәү һәм Смоленск өлк. эвакуацияланған иләү, туҡыу ф‑каларының ҡорамалдары урынлаштырыла (ҡара: Өфө киземамыҡ комбинаты). Яңынан йыһазландырыу проектын инженер Д.И.Сметанников эшләй. Комбинат күсеп киткәндән һуң (1985) бина буш тора, бер ни тиклем өлөшө емерелә.

1995—2000 йй. К. яңыртып төҙөлә (архитекторҙары С.А.Голдобин, С.Б.Голдобина һәм А.В.Давыденко). Комплекс периметры б‑са урынлашҡан сауҙа биналары һәм ҡатмарлы, күп кимәлле атриумлы галерея бер ҡатлы бина рәүешендә төҙөлгән. 2014 й. унда реконструкция башланған. 1996 й. алып бинала “Каруанһарай” ЯСЙ урынлашҡан.

В.Ф.Сәфәров

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: Каруанһарай

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.