АЛЕКСАНДРОВКА, Төкөн, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡамышлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 27 км һәм Төкөн т. юл ст. Көнб. табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 78 кеше; 1939 — 190; 1959 — 821; 1989 — 203; 2002 — 219; 2010 — 188 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 1887 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Дыуан-Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Вятка, Пенза һәм Ҡазан губерналарынан күсеп килеүселәр нигеҙ һала. 1897 й. 18 йортта 88 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2005 й. А. Төкөн станцияһы ҡасабаһы ҡушылған.

А.Н.Абдуллин, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке