“КАРУАНҺАРАЙ”, башҡ. фольклор‑эстрада төркөмө. 1989 й. Өфөлә ӨДСИ‑лә ойошторола, 1995 й. алып Башҡорт филармонияһына ҡарай; 2014 й. окт. “Каруан” исемен йөрөтә. Беренсе художество етәксеһе — БР-ҙың атҡ. артисы Ә.В.Тойғонов. Тәүге тапҡыр 1990 й. ӨДСИ‑лә сығыш яһайҙар. Репертуарында башҡ. халыҡ йырҙары “Каруанһарай”, “Ҡаһым түрә”, “Сыңрау торна”, башҡ. комп. әҫәрҙәре, ш. уҡ төркөм ағзаларының йырҙары (М.Н.Нәҙершиндың “Ҡайҙа һеҙ, башҡорт егеттәре?” һәм “Көҙгө мөхәббәт”, А.Б.Туҡтағоловтың “Ай‑һай, Салауат” һәм “Ҡайт илеңә осоп, башҡортом”, Тойғоновтың “Зәки Вәлиди” һәм “Һунарсы егет”). “К.” беренсе составында Р.Р.Ҡарабулатов (ҡурай, вокал), БР‑ҙың атҡ. артистары А.И.Бәхтиева (вокал), Нәҙершин (гитара, думбыра, вокал), Тойғонов (гитара, саксофон), Туҡтағолов (баян, клавишалы музыка ҡоралы, вокал), В.Х.Яруллин (вокал), артистар А.Р.Аҙнағолов (клавишалы музыка ҡоралы, аранжировка), Х.А.Яруллин (ҡурай), Г.Б.Яруллина (бейеү) була. Ижадында милли мелодика хәҙ. заман муз. тасуирлау саралары м‑н берләшә. 90‑сы йй. репертуар башҡ. халыҡ йырҙары “Ғайса ахун”, “Ильяс”, “Ҡара юрға”, “ПортАртур”, “Тәфтиләү” һ.б.; И.И.Дилмөхәмәтов шиғырына А.М.Ҡобағошовтоң “Уйҙарым” ҡобайыры, Р.С.Назаров шиғырына Д.М.Әҙелбаевтың “Йөрәк”, М.Марат шиғырына Ғ.С.Әлмөхәмәтовтың “Сайҡалалар кәмәләр”, У.К.Рәшитовтың “Сәскә ат, Башҡортостан” (“Цвети, мой Башкортостан”) йырҙары, башҡ. халыҡ һәм сит ил йырҙарына инструменталь композициялар һ.б. м‑н тулылана. Был йылдарҙа төркөмгә Р.К.Агишев, А.З.Ниғмәтуллин (икеһе лә — гитара), С.Д.Юлдыбаев (баян), БР-ҙың атҡ. артистары О.И.Жданов (клавишалы музыка ҡоралы) һәм А.Н. Трофимов (һуҡма музыка ҡоралдары, тауыш реж.); 2000 йй. Ф.Ф.Әхмәтшин (һуҡма музыка ҡоралдары), Р.С.Шаһбалов (вокал), И.Р.Ҡарабулатов һәм Ю.В.Чигвинцева (икеһе лә — бейеү), И.Ш.Ишморатов (ҡурай), И.Г.Яхин (баян, клавишалы музыка ҡоралы) ҡушыла. Художество етәкселәре — Туҡтағолов (1995 й. алып), В.Х.Яруллин (1999 й. алып), Нә ҙершин (2007 й. алып). “К.” м‑н комп. Н.Ә.Дауытов, С.Ә.Низаметдинов, И.М.Хәлилов, хореографтар Х.Ә.Ишбирҙин, Р.Ф.Ғәбитов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Төркиәлә БР көндәрендә (Истанбул ҡ.) һәм Австрияла (Вена; икеһе лә — 2006) Рәсәй көндәрендә ҡатнаша, Рәсәй, Австрия, Төркиә буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә Рәсәй рок һәм поп‑төркөмдәр конкурсы (Гудермес ҡ., 1991), халыҡ‑ара “Азия тауышы” (“Голос Азии”) фестивале (Алма-Ата, 1992), “Көнсығыш ынйыһы” (“Жемчужина Востока”) конкурс‑фестивале (Сәмәрҡәнд ҡ., 1998) һәм студенттар фестивале (Анкара ҡ., 2004) лауреаты.

Әҙәб.: Ҡарабулатов Р.Р. мәҡ. ҡарағыҙ.

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке