КАРУАН САУҘА ЮЛДАРЫ, боронғо осорҙа һәм урта быуаттарҙа Көнсығыш һәм Көнбайыш илдәрен тоташтырған сауҙа маршруттары системаһы. Урта Азиянан һәм Кавказдан Уралға үтеүсе юлдарҙың булыуы т‑да мәғлүмәттәр антик авторҙар (Геродот, Птоломей) яҙмаларында һәм 9—10 бб. ғәрәп‑фарсы геогр. әҙәбиәтендә (Ибн Хордадбех, Ибн Фаҙлан һ.б.) бар. К.с.ю. иң билдәлеһе — “Бөйөк ебәк юлы”. Ул көньяҡ һәм төньяҡ (дала) юлға айырылған. Төньяҡ юл Турфан (ҡара: Ҡытай) аша үткән, артабан, Памирҙы һәм Арал буйы далаларын киҫеп, Көньяҡ Уралға, Волга буйы һәм Кавказ алды аша Европаға үткән. Хань осоронда (б.э.т. 206 й. — б.э. 220 йй.) Ҡытайҙа “тире юлы” билдәле була, был юл м‑н “Янь иле”нән (Көньяҡ Урал һәм Кама й. басс. терр‑яһы) йәнлек (кеш, аҫ, һуҫар һ.б.) тиреләре килтерелгән. Тарихи Башҡортостан терр‑яһынан үткән каруан юлдары араһынан иң билдәлеһе — “Ҡәнифә юлы”, ул, Урта Азиянан Өсйорт яҫылығы аша Ур й. (Урал й. ҡушылдығы) тамағына етеп, Урал й. киҫкән, артабан Һаҡмар й. һул яры һәм Көньяҡ Урал һырты (хәҙ. БР‑ҙың Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ, Әбйәлил һәм Учалы р‑ндары) буйлап үтеп, хәҙ. Силәбе өлк. терр‑яһына сыҡҡан. Хәҙ. көндә Йылайыр һәм Хәйбулла р‑ндарында “Ҡәнифә юлы”ның бер аҙ өлөшө һаҡланған, ул Юлдыбай а. Һаҡмар й. һул яры буйлап тауҙар һәм ҡалҡыулыҡтар аша БР‑ҙың көньяҡ сигенә тиклем үтә. Юлдың исеме ҡаҙаҡтарҙан әсирлектән ҡасҡан Ҡәнифә исемле башҡ. ҡыҙы т‑дағы легендаға бәйле. Шулай уҡ Волга буйынан көнсығышҡа табан Һаҡмар й., Урал й. уң яры буйлап Ур й. тамағына үт‑ кән боронғо юл да билдәле, ошонда ул “Ҡәнифә юлы” м‑н ҡушылған. Археологик мәғлүмәттәр б‑са, Уралға башлыса тәңкәләр (ҡара: Аҡса), ювелир әйберҙәр, ҡиммәтле металдарҙан эшләнгән һауыт‑һаба, керамика, көҙгө, торевтика әйберҙәре, ебәк туҡыма һ.б. килтерелгән. Уралға Көнсығыш илдәрҙән килгән иң боронғо әйберҙәр б.э.т. 5 б. ҡарай.

Әҙәб.: Лубо-Лесниченко Е.И. Великий шёлковый путь //Восточный Туркестан в древности и раннем средневековье: очерки истории. М., 1988; Файзуллина З.Д. К вопросу о путях взаимодействия населения Уральского региона со странами Востока в эпоху средневековья //Проблемы этнокультурного взаимодействия в Урало-Поволжье: история и современность. Самара, 2006.

З.Д.Ҡорманаева

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.