КАРТУФ (Solanum), эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенең эт ҡарағаты затына ҡараған күп йыллыҡ бүлбеле үҫемлек төрө. Яҡынса 150 төрө билдәле, Көньяҡ һәм Үҙәк Америкала таралған. Культурала (бер йыллыҡ үҫемлек булараҡ) башлыса 2 оҡшаш төрө бар: андия һәм чили К., йәки бүлбеле К. Башҡортостанда бүлбеле К. үҫтерелә. Үлән үҫемлеге. 3—6 һабаҡтан торған 50—80 см бейеклектәге ҡыуаҡ. Һабағы төҙ, һирәк осраҡта ситкә бөгөлөүсән, йәшел төҫтә йәки антоцианлы. 15—50 см оҙонлоҡтағы ер аҫты үренделәрендә (столондарында) аҡ, һары, алһыу, ҡыҙыл, күк төҫтәге, башлыса йомро йәки оҙонса формалағы бүлбеләр барлыҡҡа килә. Япрағы ябай, ишһеҙ, ҡауырһын һымаҡ теленмә, асыҡтан алып ҡуйы йәшелгә тиклемге төҫтә, төклө. Сәскәһенең төҫө аҡтан алып ҡыҙғылт шәмәхәгә тиклем. Июнь—июлдә сәскә ата. Сәскәлеге 2—3 (һирәк осраҡта 4) сәнске рәүешендә таралыусан мыйыҡтарҙан тора. Емеше — шар йәки овал формаһындағы еләк, респ. шарттарында ғәҙәттә өлгөрмәй. 1000 орлоғоноң ауырлығы 0,5—0,6 г. К. бүлбеләренең составында уртаса 23,7% ҡоро матдә, ш. иҫ. 1—2% аҡһым, 17,5% крахмал, 0,5% шәкәр, С, В төркөмө, РР, К витаминдары, кальций, калий, фосфор, тимер һ.б. бар. Дым, яҡтылыҡ яратыусы, һыуыҡҡа сыҙамлы үҫемлек. Вегетация осоро 80—140 көн. Вегетатив ысул м‑н (бүлбеләренән) һәм орлоҡтарынан (селекция маҡсаттарында) үрсетелә. Төп элгәрҙәре — ужым иген культуралары, бер йыллыҡ ҡуҙаҡлы культуралар (борсаҡ, кәрешкә, ҡара борсаҡ һ.б.). Киң рәт ысулы м‑н ултыртыла (рәт аралары 60 йәки 70 см, үҫемлектәр араһындағы алыҫлыҡ 25, 30 йәки 35 см). Сәсеү нормаһы 2,5—3,5 т/га бүлбе (бүлбенең уртаса ауырлығы 50—80 г), сәсеү тәрәнлеге 8—12 см (һыртлы, ярым һыртлы һәм шыма ултыртыу ҡулланыла). Респ. 20 б. 70—80‑се йй. К. майҙандары 250 мең га, уңдырышлылығы 100—110 ц/га тәшкил иткән; 2011 й. — ошоға ярашлы 91,022 мең га һәм 132,5 ц/га. Иң юғары уңдырышлылыҡ 305 ц/га (Салауат исемендәге колхоз, 2005), 280 ц/га (“Әғли”, 2011), 330 ц/га (“Тәүәкән”, 2011) була. Ашарға яраҡлы үҫемлек (аҙыҡ булараҡ, крахмал, этил спирты һ.б. етештереү өсөн файҙаланыла) һәм мал аҙығы үҫемлеге (бүлбеләре, һабағы, бардаһы һәм мезгаһы ҡулланыла). К. селекцияһы һәм агротехникаһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 30—40‑сы йй. алып Аграр университетта (Д.А.Андрианов, А.Т.Гладков, М.М.Хәйбуллин, М.М.Хәмиҙуллин һ.б.), Ауыл хужалығы институтында (Л.П.Акатьева, И.С.Мәрҙәншин, Е.Н.Прянишникова, Л.И.Пусенькова һ.б.) үткәрелә. К. бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә. Респ. селекционерҙары тарафынан Уфимец сорты сығарыла. БР б‑са иртә өлгөрөүсе Винета, Жуковский ранний, Лидер, Снегирь, уртаса иртә өлгөрөүсе Невский, Оредежский, Ромула, уртаса өлгөрөүсе Аспия, Луговской, уртаса һуңыраҡ өлгөрөүсе Лорх һ.б. сорттары ҡулланылышҡа индерелгән.

Әҙәб.: Анисимов Б.В. Сортовые ресурсы и передовой опыт семеноводства картофеля. М., 2000; Хайбуллин М.М. Физиологические и химические методы исследования растений картофеля и почвы. Уфа, 2005.

М.М.Хәйбуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018