КАРТОГРАФИЯ (карта һәм ...графия), 1) тәбиғи һәм ижт. күренештәрҙе географик карталар аша сағылдырған фән; 2) техника м‑н технологияның картографик әҫәр булдырыу һәм ҡулланыу өлкәһе; 3) етештереүҙең картографик продукция сығарыусы тармағы. Карта өйрәнеү белеменә, картометрияға, матем. К., төҙөү һәм проектлауға, картографик дизайнға, семиотикаға, картобиблиографияға һ.б. бүленә. Геодезия, география, геология, тарих, математика, соц.‑иҡт. һәм техник фәндәр м‑н бәйле. Башҡортостан терр‑яһында тәүге картографик хеҙмәттәр терр‑яларҙы үҙләштереү, адм. реформалар үткәреү, геодезия үҫеше м‑н бәйле. Картографик эштәр Ырымбур экспедицияһы (1734—44) тарафынан инструменталь төшөрөү нигеҙендә үткәрелә, 1768—74 йй. ойошторолған Академик экспедициялар тарафынан дауам ителә. Генераль ыҙанлау барышында өйәҙҙәрҙең һәм дайсаларҙың картографик тасуирламаһы эшләнә. 19 б. 20‑се йй. алып топографик һәм картографик хеҙмәттәр Хәрби топографтар корпусы (ҡара: Топография) тарафынан алып барылған. 19 б. уртаһынан алып ғилми йәмғиәттәр һәм земстволар эшмәкәрлеге м‑н бәйле тематик картографиялау үҫешә; тау з‑дтары, торама пункттар һ.б. урынлашыуы карталары, ер төҙөлөшө карталары эшләнә. Революциянан (1917) һуң картография эштәре БашҮБК-ның адм. комиссияһы, тематик карталар төҙөү — Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте ағзалары тарафынан алып барыла. 20 б. уртаһынан алып картография эштәрен Омск картофабрикаһы, “Уралаэрогеодезия” ФДУП‑ы, Урал картофабрикаһы, “Урта Волга аэрогеодезия предприятиеһы” ФДУП‑ы, “Картография” ЯСЙ, БР‑ҙың Йәшәйеш хәүефһеҙлеге институты һ.б. үткәрә. Заманса электрон К. тарафынан эшләнгән геомәғлүмәт системалары фән һәм техниканың төрлө тармаҡтарында ҡулланыла. 20 б. аҙ. алып А.Ф.Ниғмәтуллин, И.М.Япаров — атлас, М.Ф.Хисмәтов — соц.‑иҡт., А.В. Псәнчин — тарихи, А.Ә.Мулдашев — геоботаника, Ф.Х.Хәзиев — тупраҡ, Р.Р.Исмәғилев а.х. К. мәсьәләләре м‑н шөғөлләнә. Тикшеренеү һөҙөмтәләре б‑са БАССР‑ҙың (1976), БР‑ҙың мәктәп атластары (1992), БР‑ҙың дөйөм география атласы (2002), Башҡортостан Республикаһы Атласы (2005); Башҡортостан Республикаһының тарихи‑мәҙәни энциклопедия атласы (2007); БР‑ҙың дөйөм геогр. һәм тематик карталары баҫылған.

Әҙәб.: Вопросы геоморфологического картирования. Уфа, 1969; Берлянт А.М. Картоведение. М., 2003.

А.Ф.Ниғмәтуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке