КАРТАШЁВКА, Архангел р‑нындағы ауыл, Орловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнб. табан 34 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 252 кеше; 1920 — 266; 1939 — 316; 1959 — 981; 1989 — 183; 2002 — 116; 2010 — 103 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Дыуан-Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә, яҡынса, 19 б. 70‑се йй. аҙ. урыҫ крәҫтиәндәре Герасимовский ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1906 й. (хәҙ. исемдә һәм статуста) земство мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй, пристань булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.