КАРТАМЫШЕВ Анатолий Иоасафович (27.6.1897, Дондағы Ростов ҡ. — 1973, Киев), дерматовенеролог. Мед. д‑ры (1929), проф. (1931). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби‑мед. акад. тамамлағандан һуң (Петроград, 1919) хәрби табип булып хеҙмәт итә. 1939—45 йй. БДМИ-ның дерматовенерология каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге төрлө тире ауырыуҙары ваҡытында тиренең аргентофиль епсәләре архитектоникаһын өйрәнеүгә, сифилис, гонорея, пиодермия, шештәрҙе һәм һөнәри ауырыуҙарҙы, хроник дерматоздарҙы (экзема, һыулы ҡыуыҡсалар сире) диагностикалау һәм дауалау ысулдарын камиллаштырыуға арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ташкент (1931 й. алып) һәм Башҡортостан (1940—45) дерматовенерологтары йәмғиәте рәйесе.

Хеҙм.: Косметический уход за кожей. 2‑е изд., испр. и доп. Киев, 1965 (авторҙ.); Лечение болезней кожи кортикостероидными препаратами. Киев, 1965.

Тәрж. Л.Р.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.