КАРСТ ҺАҘЛЫҠТАРЫ КОМПЛЕКСЫ Өлкөндө ауылы эргәһендә, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Йүрүҙән й. басс., Дыуан р‑ны Өлкөндө һәм Митрофановка аа. тирә‑яғында урынлашҡан. Дөйөм майҙаны 267,5 га. Комплекс эсенә 300‑гә яҡын уйһыу һаҙлыҡ һәм күл инә. Яуымтөшөм м‑н туйына. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: инглиз ысыҡ үләне, төҙ мамыҡбаш күрән, түңәрәк япраҡ ысыҡ үләне, һаҙ мүк еләге, һаҙ хаммарбияһы. Өйрәктәр йәшәй, ҡайһы берҙә аҡҡоштар осрай. Мулла күлендә тал ҡыуаҡтары булған “йөҙөп йөрөүсе” утрауҙар бар.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. З.Б.Латипова

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.