АЛЕКСАНДРОВКА, Пильцев, Благовещен р‑нындағы ауыл, Һынны а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 39 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 53 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 425 кеше; 1939 — 442; 1959 — 368; 1989 — 106; 2002 — 131; 2010 — 40 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Өфө өйәҙендә урыҫтар нигеҙ һала, 1913 й. алып Александровский (Пильцевский) яңы ауылы булараҡ билдәле. 20‑се йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Ә.Ғәрүәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке