КАРР Эдвард Халлетт (28.6.1892, Лондон— 3.11.1982, Кембридж ҡ., Бөйөк Британия), инглиз тарихсыһы, философ. Кембридж ун‑тының Тринити колледжын тамамлаған. 1916—36 йй. дипломатия эшендә, 1941—46 йй. — журналистикала. 1936—40 йй. һәм 1946 й. алып фән һәм уҡытыу эшендә (1947 й. башлап Оксфорд һәм Кембридж ун‑ттары проф.). Фәнни тикшеренеүҙәре СССР тарихына һәм 20 б. халыҡ‑ара мөнәсәбәттәргә арналған. Башҡортостандың 20 б. 1‑се сирегендә сәйәси, соц.-иҡт. үҫешен, Башҡорт милли хәрәкәте һәм Бәләкәй Башҡортостан тарихын өйрәнгән.

Хеҙм.: История Советской России. Кн.1. Т.1—2. М., 1990; Несколько заметок о Советской Башкирии //Башкирское национальное движение 1917—1920 гг. и Валиди: зарубеж. исслед. Уфа, 1997.

Әҙәб.: Нейман М. Э.Х.Карр: от “политического реализма” к “новому обществу” // История и историки. М., 1981; Юлдашбаев Б.Х. Зарубежная советология о башкирском национализме и образовании автономной Республики Башкортостан //Национально‑государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.): док. и материалы. В 4 т. Т.1. Уфа, 2002. 

И.В.Кучумов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке