КАРПУХИН Иван Егорович (5.2.1936, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Васильевка ҡсб), фольклорсы. БР ФА‑ның почётлы ағзаһы (2018), филол. ф. д‑ры (1988), проф. (1998). БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1986), БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1996), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлаған (1960), 1962 й. алып шунда уҡ эшләй: 1967 й. башлап урыҫ теле һәм әҙәбиәте ф‑тында декан урынбаҫары, 1974—82 йй. декан, бер үк ваҡытта 1976—78 йй. башланғыс кластар ф‑ты деканы, 1982 й. башлап фәнни эштәр б‑са проректор; 2003—12 йй. — урыҫ һәм сит телдәр әҙәбиәте каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2003 й. алып БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында һәм БР ФА‑ның Ғәмәли тикшеренеүҙәр ин‑тында лаб. мөдире. 1966—2014 йй. Башҡортостанда үткәрелгән фольклор-этнографик экспедициялар етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостанда урыҫ фольклорын, уның башҡа халыҡтар фольклоры м‑н үҙ-ара мөнәсәбәтен, башҡа этник даирәлә йәшәп килеүен өйрәнеүгә арналған. 500‑ҙән ашыу фәнни эш, уҡытыу-методик әсбап авторы. Ғәли Ибраһимов ис. пр. лауреаты (2006). Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (2016).

Хеҙм.: Русское устное народное творчество. М., 2005; Свадьбы в Башкортостане на стыке тысячелетий (состояние, поэтика, межэтнические контакты). 2-е изд., перераб. и доп. Уфа, 2011; Состояние русского детского фольклора в полиэтническом Башкортостане на стыке ХХ—ХХI веков. Уфа, 2018.

В.А.Беглов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов