КАРПОВ Михаил Яковлевич [4.11.1898, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Тимашевка а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 1937, Мәскәү], яҙыусы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград коммунистик ун‑тында уҡыған (1922—25). 1930 йй. Мәскәүҙә эшләй: “Земля Советская” (“Совет ере”) ж. яуаплы мөхәррире, Бөтә Рәсәй радио ком‑ты хеҙмәткәре. “Бәҫәргән апрель” (“Апрельские прели”, 1925) хикәйәләр йыйынтығы, “Карбуш” (1926) повесы, “Бишенсе мөхәббәт” (“Пятая любовь”, 1927) романы һ.б. авторы. “Урал бүләге” (“Дар Урала”, 1925) повесында һәм “Буйһонмаҫ” (“Непокорный”, 1930) романында Башҡортостандағы Граждандар һуғышы ваҡиғалары һүрәтләнгән. “Аҙнай” [баҫылмаған; айырым бүлектәре “Литературный альманах” (“Әҙәби альманах”) йыйынтығында баҫыла, Өфө, 1934] романы респ. тәүге совхоздар төҙөлөүгә арналған. Радиотапшырыуҙар өсөн “Башҡорт әҙәбиәте” (“Башкирская литература”) йыйынтығын (1934) төҙөүсе. Репрессиялана (1937), атыла; аҡлана.

М.Ғ.Рәхимҡолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018