КАРПОВ Даниэль Николаевич (2.1.1945, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Яңы Фёдоровка а.), геоботаник. Биол. ф. д‑ры (2007). БАССР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1991), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1987), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1967) шунда уҡ эшләй (1974 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р). 1976 й. башлап СДПА‑ла: 1978—2009 йй. педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 2001 й. алып биол. каф. мөдире. 2012 й. башлап БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында биол. каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының һәм сиктәш терр‑яларҙың татырлы тупрағының үҫемлектәр донъяһын өйрәнеүгә, уларҙың төп синтаксондарын асыҡлауға арналған. К. тарафынан үҫемлектәрҙең һаҡлауға мохтаж булған һирәк төрҙәренең төркөмдәре айырып күрһәтелә, һыуҙа иреүсе тоҙҙоң күләме б‑са тупраҡтарҙың татырлы булыу кимәлен аныҡлау ысулы эшләнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Растительность засоленных почв Южного Урала и сопредельных территорий. Тольятти, 2006 (авторҙ.).

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018