КАРПОВ Вячеслав Григорьевич (7.3.1938, Куйбышев өлк. Яңы Сиремшән ҡсб), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1990), проф. (1991). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998). Һарытау политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) “Башнефтепроект” ин‑тында эшләй (1963 й. алып баш инженер). 1967 й. башлап СССР ФА БФ-тың Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә, 1971 й. — ӨДНТУ‑ла (1985—2005 йй. нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тиеһында иҡт. һәм идара итеү каф. мөдире), 2014 й. алып Соц.‑иҡт. тикшеренеүҙәр ин‑тында баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге яғыулыҡ‑энергетика комплексы объекттарын төҙөүҙе оптималләштереү һәм инвестиция проекттарына идара итеү проблемаларына арналған. 210‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Программно‑целевое планирование линейного строительства. Минск, 1987 (авторҙ.); Планирование нестандартных комплексов работ в нефтедобыче. СПб., 2008 (авторҙ.); Процессно‑стоимостное управление реальными инвестиционными проектами. СПб., 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке