АЛЕКСАНДРОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Александровка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Нөгөш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2254 кеше; 1920 — 3144; 1939 — 2378; 1959 — 1254; 1989 — 668; 2002 — 604; 2010 — 520 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, клуб бар.

18 б. аҙ. Воскресенка заводы эргәһендә ауыл булараҡ нигеҙ һалына. Шулай уҡ Кәндәкле исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 214 ир‑ат теркәлгән, 1865 й. Иҫке Александровкала 166 йортта 1075 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, ағас һауыт‑һаба, арба, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү (1882 й. төҙөлгән), сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, 3 тирмән, 2 тимерлек, 5 бакалея, шарап һәм һыра кибеттәре, мөгәзәй теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғ.Кәримов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018