КАРПОВ, ауыл, 1992 й. алып Өфө составында, Калинин р‑нының Фёдоровка а/с ҡарай. Өфөнән К.‑Көнс. 48 км һәм Шаҡша т. юл ст. К.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 53 кеше; 1939 — 382; 1959 — 399; 1989 — 92; 2002 — 125; 2010 — 135 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға Өфө өйәҙендә Карповтар ауылы булараҡ нигеҙ һалына, 1668 й. алып билдәле. 1865 й. К. (Регодушино) 3 йортта 47 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән. 1925 й. 25 йорт иҫәпкә алынған. 1992 й. Өфө р‑нының Фёдоровка а/с ҡараған. 

З.И.Гудкова,  Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке