КАРПИНСКИЙ Александр Петрович (26.12.1846, Пермь губ. Турьинские рудники ҡсб — 15.7.1936, Мәскәү өлк. Удельная ҡсб, Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда ерләнгән), тау инженеры. Император С.‑Петербург ФА-ның акад. (1896, 1916 й. алып вице‑президенты, 1917—36 йй. СССР ФА президенты), проф. (1877). Петербург тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1866) Мейәс алтын промыслаларында, 1868—96 йй. — Петербург тау ин‑тында, бер үк ваҡытта 1882—1929 йй. Геол. ком‑тында эшләй: өлкән геолог, 1885 й. башлап дир., 1903 й. алып почётлы директор. Фәнни тикшеренеүҙәре геология тарихы, палеонтология, стратиграфия, тектоника һәм палеогеография, петрография проблемаларына, мәғдәнле файҙалы ҡаҙылмалар, ш. иҫ. Көньяҡ Уралдағы баҡыр колчеданы мәғдәндәре, тимер мәғдәндәре, марганец мәғдәндәре ятҡылыҡтары генезисын өйрәнеүгә арналған. К. тарафынан Ер ҡабығының ултырма ҡатламдарының стратиграфик бүлексәләре номенклатураһы, Урта һәм Көньяҡ Уралдың көнсығыш битләүе һәм Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң тектоника карталары төҙөлә; әртә ярусы айырып күрһәтелә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Франция ФА‑ның Ж.Кювье ис. пр. лауреаты (1922). К. исемендәге премия һәм алтын миҙал (1946, СССР ФА), халыҡ‑ара пр. (1979, А.Топфер фонды, Германия) булдырыла. К. исеме м‑н Өфөлә урам; Uranema karpinskii болоттар тибы, мәрйен полиптары (Lophocarinophyllum karpinskyi, Polymelia karpinskyi), Paraphillipsia karpinskyi трилобиттары, аяҡбаш моллюскылар (Aspidoceras karpinskii, Gastrioceras karpinskii һ.б.) кластары, фораминифер һәм остракодтар ярым кластары һ.б. аталған.

Хеҙм.: Разведки ископаемых руд, произведённые в Уфимской и Оренбургской губерниях в 1868 г. Б.м., 1869; Геологические исследования в Оренбургском крае. СПб., 1874; Бакальские‑Зигазинские месторождения железных руд. Б.м., 1901.

Әҙәб.: Шатский Н.С., Яншин А.Л. Портреты геологов. М., 1986.

А.П.Рождественский

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.