КАРНАЙ Али [ысын исеме Зөлҡәрнәев Имамғәли Мөхәмәтдин улы; 6.1.1904, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Оло Шаҙы а. (БР‑ҙың Мишкә р‑ны) — 16.6.1943, Чернигов ҡ. янында], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Юғары кооператив курстарын тамамлағандан һуң (Ленинград, 1927) Башҡ‑н респ. ҡулланыусылар ойошмаһы инструкторы, 1928 й. алып “Йәш юҡсыл” (ҡара: “Йәш коммунар”), 1929 й. — “Башҡурдистан” (ҡара: “Башҡортостан”), 1930 й. — “Колхозға” (ҡара: “Наши Киги”), 1932 й. — “Башҡортостан вышкаһы” гәз. хеҙм‑ре, 1935 й. башлап (өҙөклөк м‑н) Башҡ‑н дәүләт нәшриәте редакцияһы мөхәррире, 1941 й. — “Победим” (“Еңербеҙ”; ҡара: “Асылыкуль”) гәз. хеҙм‑ре, 1942 й. алып 112‑се башҡ. кавалерия дивизияһы органы — “Ҡыҙыл атлылар” гәз. яуаплы мөхәррире. “Боролошта” (татар т.) исемле тәүге китабы 1928 й. сыға. “Далалағы уттар” (1932) повесында тәүге совхоз эшселәренең тормошо күрһәтелгән. “Беҙ ҡайтырбыҙ” (1940) повесында совет власы өсөн көрәшеүселәрҙең үҙенсәлекле образдары ижад ителгән. “Аллаһыҙ ил” (1931) хикәйәләр йыйын‑ тығы, “Ишембай” (1935) очерктар китабы, балалар өсөн яҙылған “Турғай” (1936) хикәйәләр йыйынтығы һ.б. авторы. Н.В.Гоголь, М.Горький, А.С.Пушкин, И.Э.Эренбург һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. Тыуған ауылында К. музейы эшләй, уның исеме м‑н урам аталған. 

Әҫәрҙ.: Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1956.

Әҙәб.: Сафуанов С. Али Карнай: тормошо һәм ижады. Өфө, 1960.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018