КАРМИШИН Дмитрий Дмитриевич [4.11.1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Предтечино а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) — 7.11.1956, Будапешт; Львов ҡ. ерләнгән], лётчик, гвардия капитаны (1956). Советтар Союзы Геройы (1956). 1956 й. Венгрияла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. К.Е.Ворошилов ис. Беренсе Чкалов хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһын тамамлаған (1948). 1943 й. алып Совет армияһында. Герой исеменә Көньяҡ ғәскәрҙәр төркөмө 177‑се гвардия бомбардировка авиацияһы див. 880‑се гвардия бомбардировка авиацияһы полкының эскадрилья штурманы гвардия капитаны К. Будапешт өҫтөндә һауа разведкаһы үткәргәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1956).

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке