“КАРМАСКАЛИНСКАЯ НОВЬ” (“Ҡырмыҫҡалы яңылығы”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Хеҙмәт даны” гәзите редакцияһы» ҡаҙна пр‑тиеһы. Ҡырмыҫҡалы р‑нының Ҡырмыҫҡалы а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Үзән”) телдәрендә сыға. 1930 й. мартынан “Ҡырмыҫҡалы колхозсыһы” исеме м‑н башҡ. һәм “Колхозник” (“Колхозсы”) исеме м‑н урыҫ телдәрендә нәшер ителә; 1932 й. — татар телендә “Колхоз юлы” (1959 й. тиклем), 1945 й. элекке исеме м‑н урыҫ телендә яңынан нәшер ителә башлай (1953 й. алып “Колхозный путь”); 1960 й. — “Трудовая слава” (“Хеҙмәт даны”) исеме м‑н урыҫ һәм татар телдәрендә, 1994 й. — “Хеҙмәт даны” исеме м‑н башҡ. телендә лә сыға; 2006 й. — башҡ. телендә “Даирә” (2007 й. — үҙ аллы гәзит) исеме м‑н нәшер ителә, хәҙ. исеме м‑н урыҫ һәм татар телдәрендә (2007 й. алып) сыға. 1962—63 йй. нәшер ителмәй.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018