КАРМАНОВ Юрий Михайлович (31.10.1945, Өфө), актёр. РСФСР‑ҙың (1989) һәм БАССР‑ҙың (1984) атҡ. артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1967; Ш.М.Мортазина курсы) 1970 й. тиклем, 1979— 89 йй. Респ. урыҫ драма театры (Өфө); 1971—74 йй. Вологда драма театры, 1975—79 йй. Вологда Йәш тамашасы театры; 1974—75 йй. Урыҫ драма театры (Дүшәнбе) актёры, 1998 й. алып “Маска” Йәш тамашасы театры (Өфө) директоры. К. ижадына психологияны тәрән аңлау, кәүҙәләндереү сараларын етди һайлау, сәхнә кәүҙәләнешен аныҡ һүрәтләү хас: Незнамов (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” — “Без вины виноватые”, А.Н.Островский; дебют, 1968), Глуховцев (“Беҙҙең тормош көндәре” — “Дни нашей жизни”, Л.А.Андреев), Бачана Рамишвили (“Мәңгелек ҡануны” — “Закон вечности”, Н.Думбадзеның ш. уҡ исемле романы б‑са М.Веснин һәм Ю.Строганов инсценировкаһы), Есенюк (“Эшелон”, М.М.Рощин), Клавдий (“Гамлет”, У.Шекспир), Семён Подсекальников (“Үҙ‑үҙенә ҡул һалыусы” — “Самоубийца”, Н.Р.Эрдман). “Маска” Йәш тамашасы театры сәхнәһендә Х.К.Андерсен әкиәте мотивтары б‑са А.Чубарова һәм И.Егорованың “Принцессаның йөҙ тапҡыр үбеүе” (“Сто поцелуев принцессы”), В.Н.Орловтың “Алтын себеш” (“Золотой цыплёнок”) пьесаһы б‑са “Минең атайым иң яҡшыһы” (“Мой папа самый лучший”), Л.Н.Толстойҙың “Ҡараңғылыҡ хөкөмө” (“Власть тьмы”), В.Ю.Ткачёвтың “Блиндаж” спектаклдәрен ҡуя. “Төндә мөмкин” (“Ночью можно”; “Башҡортостан” к/ст, 2004) к/ф төшә.

Ю.М.Карманов Андрей Гуськов ролендә (“Йәшә һәм хәтереңдә тот” — “Живи и помни”, В.Г.Распутиндың ш. уҡ исемле романы б‑са). Настёна – С.С.Акимова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке