КАРМАНОВ Афанасий Георгиевич (18.1.1907, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Кәстәй а., хәҙ. БР‑ҙың Баҡалы р‑ны Иҫке Кәстәй а., — 23.6.1941, Кишинёв), лётчик, капитан (1940). Советтар Союзы Геройы (1942). 1939—40 йй. совет‑финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Өсөнсө лётчиктар һәм лётчик‑күҙәтеүселәр хәрби мәктәбен тамамлаған (Ырымбур ҡ., 1933). 1929 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июненән Одесса хәрби округында хеҙмәт итә. Герой исеменә 9‑сы армия 20‑се ҡатнаш авиация див. 4‑се истребитель авиация полкының эскадрилья ком. капитан К. Кишинёв янындағы һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1942), Ҡыҙыл Йондоҙ (1940) орд. м‑н бүләкләнгән. 

И.Ғәримова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018