АЛЕКСАНДРОВКА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Боҙаяҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. К.‑Көнб. табан 33 км алыҫлыҡта Өйәҙән й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 713 кеше; 1920 — 817; 1939 — 598; 1959 — 378; 1989 — 147; 2002 — 261; 2010 — 174 кеше. Урыҫтар, украиндар йәшәй (2002).

Ауылға 1877 й. Өфө өйәҙендә 19 б. 80‑се йй. башында Балашовтар һәм Булгаковтарҙан һатып алынған ерҙәрҙә кенәз А.И.Кугушев нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында украин күскенселәре килеп урынлаша һәм Кашперовка ширҡәтен ойоштора. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән. В.С.Орлов ошо ауылда тыуған.

А.Н.Абдуллин, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018