КАРКЛИН Фриц Иванович (1884, Курляндия губ. — 1938), рев‑ция хәрәкәте эшмәкәре. 1911 й. алып РСДРП ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1915—17 йй. Рига, Ревель һәм Петроградта партия эшендә. 1918 й. башлап РКП(б) латыш секцияһының Өфө губерна бюроһы секретары, 1919—21 йй. РКП(б)‑ның Өфө губерна ком‑ты секретары. 1918 й. июль—дек. һәм 1919 й. март—июнендә Өфөлә большевиктар подпольеһы етәкселәренең береһе. 1921 й. алып РККА‑ның 5се армияһы штабында хәрби‑сәйәси эш алып бара. 1922 й. башлап Курск, Магнитогорск, Свердловск һәм Омск ҡҡ. партия эшендә. 1937 й. репрессиялана (атыла), 1980 йй. аҙ. аҡлана. 

Әҙәб.: Плотников И.Ф. В тылу врага. Уфа, 1971.

И.Ф.Плотников

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018