КАРКАС СТРУКТУРАЛЫ БЕРЛӘШМӘЛӘР, полиэдрик берләшмәләр, полиэдрандар, һөлдәләре йомоҡ арауыҡ системаһын барлыҡҡа килтергән полициклик молекулалар. К.с.б. һәр бер цикл башҡалары м‑н конденсирланған (2 уртаҡ атом) йәки мостиклы (3 йәки күберәк уртаҡ атом) берләшмәләр тибында бәйләнгән. К.с.б. полиэдр төҙөлөшө б‑са каркасы төҙөк (тетраэдр, куб, октаэдр һ.б.) һәм төҙөк булмағандарға (призма, тригональ пирамида һ.б.) классификациялайҙар. К.с.б. тотороҡлолоғо көсөргәнеш энергияһына, полиэдрҙар түбәләрендәге атомдар урын алыштырыусыларға (лигандтарға) бәйле: тетраэдран тотороҡло түгел, призман — 90°С, кубан — 200°С, адамантан 660°С тарҡала. Башҡортостанда Химия ин‑тында (У.М.Джемилев, Б.М.Лерман, Г.А.Толстиков, Р.И.Хөснөтдинов һ.б.) 20 б. 70‑се йй. башында — адамантан, тетратиаадамантан рәте К.с.б., 70‑се йй. аҙ. норборнадиендың һәм уның сығарылмаларының димерҙарын, содимерҙарын синтезлау һәм ғәмәлгә индереү өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә башлай. Лерман етәкс. адамантандың хлорлы сығарылмаларын хлорсульфон к‑таһы ярҙамында ионлы хлорлау юлы м‑н синтезлау ысулы табыла, тетратиаадамантандың химик әүерелештәре тикшерелә. Джемилев һ.б. тарафынан норборнадиендың димерҙар һәм содимерҙары һәм уның сығарылмаларын олефиндар, диендар, аллендар һәм ацетилендар м‑н синтезлау өлкәһендә тикшеренеүҙәр башҡарыла, адамантанды һәм уның сығарылмаларын хлорлауҙың, ацилирлауҙың һәм виниллауҙың каталитик ысулдары табыла.

Әҙәб.: Зефиров Н.С., Трач С.С., Чижов О.С. Каркасные и полициклические соединения. Молекулярный дизайн на основе принципа изоморфного замещения. М., 1979. (Итоги науки и техники. Серия: Органическая химия; т.3); Смит В.А., Бочков А.Ф., Кейпл Р. Органический синтез: наука и искусство. М., 2001; Реутов О.А., Курц А.Л., Бутин К.П. Органическая химия. В 4 ч. Ч.3. М., 2005.

Р.И.Хөснөтдинов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018