КАРИКАТУРА (итал. caricatura, caricare — тейәү, арттырыу), тормоштағы хәл‑ваҡиғалар м‑н фантастик күренештәрҙе берләштереү, кешегә хас һыҙаттарҙы арттырып һәм көсәйтеп күрһәтеү, көтөлмәгән сағыштырыуҙар һәм оҡшатыуҙарҙы файҙаланыу юлы м‑н комик тәьҫиргә ирешелгән һүрәт; һүрәтләү сатираһының төп формаһы булған һынлы сәнғәт жанры (айырыуса графикала киң таралған). К. йыш ҡына бер яҡлы тәнҡит йүнәлешенә эйә, ниндәйҙер соц., ижт.‑сәйәси, көнкүреш күренештәренән, тормоштағы кешеләрҙән йәки кешеләргә хас һыҙаттарҙан көлә. Башҡортостанда К. үҫешендә “Һәнәк” ж. ҙур йоғонто яһай, 1925 й. алып рәссам‑карикатурасылар журнал эргәһендә туплана. Баҫма м‑н 30—40‑сы йй. — сатирик графика оҫталары Ә.Ғафури, Р.Ғ.Ғүмәров, В.Зуев, С.Нури, Ш.Шәфиев, Х.Йосопов; 50‑се йй. 2‑се ярт. алып рәссамдар И.И.Андропов, А.Баранов, У.Х.Ғәйфуллин, Н.Камалов, Ә.Ш.Лутов, Б.Сәлимуллин, С.А.Фадеев, Ю.Чувилин, А.А.Штабель һ.б. хеҙмәттәшлек итә. 70—80‑се йй. алып карикатура жанрында эшләүсе рәссамдар А.В.Андреев, М.Х.Ғафаров, Ю.Н.Григорьев, В.М.Павлов, С.А.Семёнов, Х.Х.Әхтәмов һ.б., архитекторҙар Ю.М.Еремеев, П.П.Петров, С.А.Голдобин ижадында яңы сағыу идеялар тыуа. Эштәрендә һыҙыҡтарҙы төшөрөүҙә ҙур оҫталыҡ, композицияларҙың яҡшы уйланғанлығы, образдарҙы деталләштереүгә айырым иғтибар булыуы күҙәтелә. Был осорҙа К. жанрының үҫеше тематиканың киңәйеүе м‑н характерлана: рәссамдар илебеҙҙең халыҡ‑ара һәм эске тормошоноң төрлө яҡтарына, тарихҡа, көнкүреш мәсьәләләренә мөрәжәғәт итә. Башҡ. карикатурасыларының ижади уңыштары 1972 й. Мәскәүҙә күрһәтелә: “Фитиль” к/т бинаһында “Бары ҡырҡ һүрәт эше” (“Только сорок работ”) күргәҙмәһе үтә, унда “Һәнәк” ж. рәссамдарының эштәре ҡуйыла. 1981 й. “Вечерняя Уфа” гәз. редакцияһы эргәһендә рәссам‑карикатурасыларҙың “Күңелле тандем” (“Весёлый тандем”; Андреев, Ғафаров, Әхтәмов һ.б.) клубы ойошторола. Клубта уҡыусылар м‑н осрашыуҙар һәм К. күргәҙмәләре (йыл һайын — респ. шаяндар һәм тапҡырҙар клубы конкурстары м‑н берлектә; отчёт күргәҙмәләр — Рәссамдар союзының үҙәк күргәҙмәләр залында) үткәрелә. 

90‑сы йй. башында Өфө карикатурасыларының “Вескаш” ассоциацияһы (етәксеһе Штабель) ойошторола, ул Башҡортостанда К. жанрын пропагандалау һәм үҫтереү м‑н шөғөлләнә. Йәш рәссам-карикатурасылар плеядаһы — А.А.Василов, С.Н.Кияшко, А.В.Скворцов, Р.Р.Шәйхлисламов, М.Ә.Әбдүшев һ.б. графиканың традицион алымдары м‑н бер рәттән компьютер технологияларын да ҡуллана; улар башҡ. сатирик графикаһы ҡаҙаныштарын һаҡлап, ваҡыт талаптарынан сығып ижад итә, үҙенсәлекле эш алымын һәм стилен индерә. Уларҙың ижады тематиканың күп төрлөлөгө м‑н айырыла — сәйәси сатиранан дуҫтарса шаржға тиклем. Башҡортостандың сатирик графикаһы күп кенә бөтә Союз һәм бөтә Рәсәй К. күргәҙмәләрендә, ш. иҫ. “Сатира тыныслыҡ өсөн көрәштә” (“Сатира в борьбе за мир”; 1969, 1973, 1977, 1983), “Сатира ут һыҙығында” (“Сатира на линии огня”; 1970), Рәссам‑журналистар эштәренең 1‑се (1971) һәм 2‑се (1975) күргәҙмәләрендә, “Альтернатива” (1989), К. күргәҙмәләрендә (2002; бөтәһе лә — Мәскәү), К.А.Коровин ис. ижад йортоноң Бөтә Союз рәссам‑карикатурасылары ижади төркөмөнөң отчёт күргәҙмәһендә (Ялта ҡ., 1985), Латвияла “Тәбиғәтте һаҡлау” (“Охрана природы”; Рига, 1986, 1987), юмористик һүрәттәр (Харьков ҡ., 1988), Литвала “Велосипед” (Шауляй ҡ., 1990), сатира (Екатеринбург ҡ., 1991) һ.б. күргәҙмәләрҙә күрһәтелә. 70‑се йй. алып респ. карикатурасылары эштәрен халыҡ‑ара күргәҙмәләргә сығара: ГДР‑ҙа совет К. оҫталары (Галле ҡ., 1978); Японияла һуғышҡа ҡаршы (1987), “Хәүефһеҙлек” (“Безопасность”; 1988), “Күрше булыу” (“Соседство”; 1989; бөтәһе лә — Токио) темаларына; Болгарияла “Юмор һәм сатира көнө” (“День юмора и сатиры”; Габрово ҡ., 1975) биенналеһы һәм “Озон” К. күргәҙмәһе (1989), Францияла К. салонында “Байрам, сәйәхәт, кино, телевидение” (“Праздник, путешествие, кино, телевидение”; Марсель ҡ., 1988), Канадала К. салонында (1988, 1989; икеһе лә — Монреаль ҡ.); Италияла Сатирик графика күргәҙмәләрендә (Тренто ҡ., 1988; Анкона ҡ., 1989, 1991), “Евромор” К. салонында (Генуя ҡ.; 1991, 1992, 1994, 1995), К. биенналеһында (Верчелли ҡ., 1998); Төркиәлә К. күргәҙмәләрендә (Истанбул ҡ., 1992, 1994; Анкара, 1999) һ.б. Башҡортостан карикатурасыларының эштәре 80‑се йй. башлап Өфөлә респ. күргәҙмәләрендә ҡуйыла: юмористик һүрәттәр (1981), сәйәси К. һәм “Башҡортостан рәссамдары тыныслыҡ өсөн көрәштә” плакаты (1983, 1984), К. күргәҙмәләре (1998); 1999 й. “Киң мәғлүмәт саралары һәм сифат” темаһына сатирик графиканың Халыҡ‑ара күргәҙмә‑конкурсының 1‑се этабы [финалы Анкарала (Төркиә)] үтә; “Күңелле тандем” клубының юбилейына арналған “20 йылдан һуң” (2001); Көлкө көнөнә (2002); Штабель иҫтәлегенә (2003); “Һәнәк” ж. 80 йыллыҡ юбилейына (2005) арналған; Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулыуға бағышланған сатирик графика (2007); Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға, Тирә‑яҡ мөхит йылына, Афиналағы Олимпия уйындарына һәм Испанияла футбол б‑са Европа чемпионатына (2004) арналған К. һәм ҡыҙыҡлы фотоһүрәттәр конкурстары. 1998 й. алып Григорьев башланғысы б‑са Художество мәктәбендә №1 йыл һайын “Черниковка котовасияһы” (“Черниковская котовасия”) Бөтә Рәсәй балаларҙың юмористик һүрәттәре конкурсы үткәрелә.

Әҙәб.: Первая Всероссийская выставка “Сатира и юмор”: каталог. М., 1987.

А.В.Андреев

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.