КАРДИОЛОГИЯ ДИСПАНСЕРЫ, респ. дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Башҡортостандағы йөрәк‑ҡан тамырҙары ауырыуҙарын алдан иҫкәртеү һәм уларҙы дауалау эштәре б‑са махсуслаштырылған төп үҙәк булып тора. Өфөлә урынлашҡан. Составында көнөнә 250 тапҡыр ҡабул итеүсе консультатив поликлиника, 470 койкаға иҫәпләнгән стационар (13 бүлексә инә: реанимация һәм интенсив терапия, 3 кардиология, балалар кардиологияһы, ҡан тамырҙары хирургияһы, 2 кардиохирургия һ.б., 8 операция залдары м‑н 2 операция блогы), диагностика хеҙмәте, амбулатор гемодиализ үҙәге һ.б. бар. 2011 й. 210 табип һәм 412 урта мед. хеҙм‑ре эшләй; 11 меңгә яҡын кешегә стационар ярҙам, 75 меңдән артыҡ пациентҡа консультатив ярҙам күрһәтелгән, йөрәккә, тамырҙарға 10 меңдән ашыу операция яһалған, рентгенхирургик тикшеренеүҙәр үткәрелгән, 30 меңгә яҡын гемодиализ процедураһы эшләнгән. 6 “Һаулыҡ мәктәбе” эшләп килә. 1981 й. Өфө кардиология диспансеры булараҡ ойошторола, 1998 й. хәҙ. статусын һәм исемен йөрөтә. К.д. м‑н Н.Ғ.Ғатауллин, Ә.Н.Закирова, Р.И.Ишбулдин, В.В.Плечев, Н.Ғ.Сибәғәтуллин, В.А.Сурков, Т.Б.Хәйретдинова, Л.В.Яковлева һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

И.М.Карамова

Тәрж. М.М.Хәйҙәров

Текст на русском языке