КАРБОН, ташкүмер системаһы (осоро), палеозойҙың бишенсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы 359,2±2,5 млн йыл, тамамланыуы — 299,0±0,8 млн йыл (ҡара: Геохронология). Англияла В. Конибир һәм В.Филлипс тарафынан айырып күрһәтелә (1822). Рәсәйҙең Европа өлөшөндә, Уралда, Ҡаҙағстанда, Ҡытайҙа 3 бүлеккә (дәүер) айырыла: аҫҡы, урта, өҫкө. Аҫҡы бүлеге (аҫтан өҫкә) турней ярусына, визей ярусына, серпухов ярусына; уртаһы — башҡорт ярусына, мәскәү ярусына; өҫкөһө ҡасим ярусына, гжель ярусына бүленә. Көнсығыш Себерҙә, Көнбайыш Европала һәм Америкала ике бүлеккә айырыла: аҫҡы һәм өҫкө (АҠШ‑та миссисипий һәм пенсильваний). К. барышында Гондвана палеоконтинентына ингән көньяҡ платформалар рәте (Африка, Австралия, Антарктида һәм Һиндостан) боҙлауыҡҡа дусар була. Лавруссия палеоконтинентына ингән төньяҡ платформалар ситтәрендә (Көнсығыш Европа, Себер, Ҡытай, Төньяҡ Америка) был ваҡытта герцин йыйырсыҡлығы хасил була. К. хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы төрҙәренең күплеге м‑н айырылып тора. Ерһыу хайуандары үҫешә, тәүге һөйрәлеүселәр барлыҡҡа килә, ихтиофауна (һөйәкле балыҡтар, акула һымаҡтар) һәм умыртҡаһыҙҙар (брахиоподтар, форамениферҙар, дүрт нурлы мәрйендәр, бүздәктәр) төрө арта. Ер үҫемлектәре башлыса споралы үҫемлектәрҙән тора: көкөрт үләне, ҡырҡбыуын, абаға; яланғас орлоҡлолар киң таралыу ала. К. аҙағына тәүге ылыҫлы үҫемлектәр, диңгеҙҙәрҙә һәм күлдәрҙә төрлө ылымыҡтар барлыҡҡа килә. Был осорҙа Көнсығыш Европа, Себер һәм Ҡаҙағстан платформаларының бер‑береһенә яҡынайыуы һөҙөмтәһендә хәҙ. Урал терр‑яһында урынлашҡан океан басс. урынында Урал тауҙарының һәм Урал алды бөгөлөнөң формалашыуы башлана. Мәскәү быуаты башына эпиконтиненталь диңгеҙ басс. барлыҡҡа килә. БР терр‑яһы сиктәрендә К. ултырмалары карбонат, карбонат‑терриген, флишҡа оҡшаш ҡатлауҙарҙан тора. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүендә К. аҫҡы бүлеге эзбизташтарҙан, һирәк осраҡта ҡомташтарҙан, аргиллиттарҙан һәм кремнезёмлы тоҡомдарҙан ғибәрәт, ҡалынлығы 1800 м тиклем. Көнсығыш битләүендә К. аҫҡы бүлеге вулканоген һәм ултырма тоҡомдарҙан тора: базальт, туф, туф ҡомташы, туф конгломераты, эзбизташ, һирәк осраҡта балсыҡлы һәүерташ, алевролит, ҡомташ, ҡалынлығы 3000 м ашыу. К. урта бүлеге терр‑яның күп өлөшөндә доломит ҡатыш эзбизташтарҙан һалынған, ҡалынлығы 540—690 м. Оло Эйек й. (Әй й. ҡушылдығы) көньяҡтараҡ һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнсығыш битләүендә эзбизташтарҙан, ҡомташтарҙан, алевролиттарҙан торған флишҡа оҡшаш киҫелеш тибы үҫешкән, ҡалынлығы 2000 м тиклем. К. өҫкө бүлеге тоҡомдары таралыуы фациаль зоналыҡҡа буйһона, көнсығыштан көнбайышҡа флиш, йоҡа ҡатламлы депрессион һәм карбонат тибындағы киҫелеш айырыла, ҡалынлығы 1300 м тиклем. К. тоҡомдарының тәбиғи ер өҫтөндәге сығыштары Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүе буйлап Әй, Йүрүҙән, Ағиҙел йй. үҙәндәрендә, Баҫыу, Инйәр, Еҙем, Егән, Тоҙйылға, Оло Һүрәм, Йәнгел йй. басс. күҙәтелә. БР‑ҙың тигеҙлек өлөшөндә эзбизташтар, доломиттар, аргиллиттар һәм ҡомташтар күп һанлы скважиналар м‑н асылған, уларға нефть ятҡылыҡтары, газ ятҡылыҡтары һәм таш күмерҙең ваҡ ятҡылыҡтары тура килә.

 

В.Н.Пучков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке