АЛЕКСАНДРОВКА, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Кирҙә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 60 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 156 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 93 кеше; 1920 — 98; 1939 — 133; 1959 — 109; 1989 — 177; 2002 — 135; 2010 — 41 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

1875 й. Бөрө өйәҙендә алпауыт Тороторовтан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә урыҫ крәҫтиәндәре А. яңы ауылы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 2‑се Александровка (Урыҫ Ҡоҙашы) булараҡ теркәлгән, 9 йортта 70 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. В.С.Дульцев ошо ауылда тыуған.

Й.Х.Ғилманов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж.Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.