КАРБАМИД ЫҪМАЛАЛАРЫ, күп нигеҙле кислоталар амидтарының ҡораулы полимерҙарға әүерелергә һәләтле альдегидтар м‑н поликонденсацияланыуының олигомер продукттары. Формальдегидтың мочевина һәм уның сығарылмалары — тиомочевина, меламин, дициандиамид м‑н конденсацияланыуынан синтезланыусы термоактив ыҫмалалар киң таралған. Башҡортостанда төп ҡулланыусылар — “Башмебель‑плюс” (Өфө), Ағиҙел ағас эшкәртеү комбинаты, Стәрлетамаҡ мебель комбинаты, Өфө фанерплита комбинаты, Өфө фанер комбинаты ағас‑ҡатлаулы, ағас‑юныcҡы материалдарын (ҡара: Ағас плита) һәм ағас конструкцияларҙы эшләгәндә конденсацияланған эретмәләрҙе алыу өсөн илдә сығарылған олигомер концентраттарын файҙалана. Өфө фанер‑плита комб‑тында үҙендә ҡулланыу өсөн К.ы. етештереүҙең технологик базаһы бар. Юғары концентрациялағы конденсацияланған әҙер эретмәләр ҙур күләмдә йылы, тауыш үткәрмәй торған “Изол” тибындағы ҡаты төҙөлөш материалдарын етештереү өсөн файҙаланыла. К.ы. күбеһенсә төрлө тулыландырыусылар (ағас оно, сульфит целлюлозаһы, асбест, тальк һ.б.) нигеҙендә преслау материалдарын, ҡатламлы пластиктар (ҡағыҙ, туҡыма, төрлө сүстәр нигеҙендә), ҡағыҙҙы һәм картонды нығытыу өсөн һеңдергес, ағас, фарфор, металл йәбештереү, ултырмаһын өсөн туҡыманы эшкәртеү елемдәре (ҡара: Полимер елемдәр) cығарғанда бәйләүестәр сифатында ҡулланылған һыуҙағы (конденсацияланған, тип әйтелеүсе) эретмәләр рәүешендә етештерәләр. Төрлө тулыландырыусылары булған илдә етештерелгән пресс‑онтаҡтар ҙур булмаған күләмдәрҙә Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә, “НИИД 50” ЯСЙ‑нда (Өфө) нефть‑газ комплексы, авиация, машиналар эшләү пр‑тиелары өсөн электроаппараттар деталдәре һәм приборҙар сығарыуҙа ҡулланыла. 20 б. 60‑сы йй. В.Д.Симонов инициативаһы б‑са К.ы. сығарыу технологияларын булдырыу б‑са тикшеренеүҙәр башлана. “Авангард” з‑дының ғилми‑тикшеренеү лаб. Ф.М.Ғәзизов етәкс. КФЖ, М‑60, М‑19‑62, МФ‑17 (етештереү ҡеүәте йылына 10 мең т) маркалы ыҫмалалар етештереүҙең конверсион технологиялары эшләнә һәм производствоға индерелә. 80‑се йй. һеңдергес К.ы. етештереү башлана. Респ. ш. уҡ К.ы. технологик практикаға индереү б‑са эштәр алып барыла. 70—80‑се йй. “БашНИПИнефть” ин‑тында (И.В.Легостаева, Д.А.Хисаева) К.ы. нигеҙендә полимерлы тампонаж эретмәләре рецептураһы әҙерләнә. 1995—96 йй. Нефтехимия һәм катализ ин‑тында (Ю.А.Сангалов) яңы үҫкән урман ҡоротҡостарына ҡаршы көрәшеү өсөн экологик таҙа препарат — КФО маркалы К.ы. һәм поливинил спирты һәм этилсиликат‑40 м‑н стабилләштерелгән поливинилацетат дисперсияһының һыуҙағы композицияһы уйлап табыла. Препаратты һынау Урман тәжрибә станцияһы (А.А.Мифтахов, Р.А.Түрйәнов) м‑н берлектә Ауырғазы һәм Өфө урман хужалыҡтарында үткәрелә, препараттың ебәк күбәләге һәм ҡарағай тамыры ҡандалаһына ҡаршы көрәштә (ҡара: Үҫемлектәрҙе биотехник һаҡлау ысулы) эффектив булыуы билдәләнә. 1998 й. БР Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү проект-конструкторлыҡ һәм производство ин‑тында (Ю.Ф.Драган) Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар ҒТИ (Сангалов) м‑н берлектә минерал‑мамыҡ плиталар өсөн КФО маркалы К.ы. һәм битум эмульсияһынан торған комплекслы бәйләүескә һынау үткәрелә (плиталар сығарғанда бәйләүесте ҡулланыу уларҙың һыуҙа бүртеүенән һаҡлай).

С.В.Колесов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.