КАРАМЫШЕВ Виктор Григорьевич (19.10.1937, Житомир ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (2003). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2010). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1966) ИПТЭР‑ҙа эшләй: 1969 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1991 й. — бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1995—99 йй. фән б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре нефть һәм газды үткәргес торбалар буйлап күсереүгә арналған. К. ҡатнашлығында нефть һәм газды, ш. уҡ ныҡ парафинланған нефтте бергә ташыу технологиялары уйлап табыла. Асыштары БР һәм Ҡаҙағстан пр‑тиеларында индерелгән. 190‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 200 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Движение газожидкостных смесей в трубопроводах. Уфа, 1999 (авторҙ.).

Р.С.Ғүмәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке