КАРАМОВА Лена Мирза ҡыҙы (6.2.1939, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Иҫке Балтас а.), профпатолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), мед. ф. д‑ры (1986), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1992), РФ‑тың (2006) һәм БАССР‑ҙың (1985) атҡ. табибы, Рәсәйҙең Дәүләт санитария‑эпидемиология хеҙмәтенең почётлы хеҙм‑ре (1995). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Учалы ҡала дауаханаһының, 1966—70 йй. Балтас р‑н дауаханаһының баш табибы. 1973 й. алып Өфө Хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда: бүлек мөдире, 1974 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1979 й. дир., 1997 й. алып баш ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 1975—79 йй. Мед. хеҙм‑рҙәре профсоюзының Башҡ‑н өлкә ком‑ты рәйесе, 1989—98 йй. БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре хеҙмәт шарттарына яраҡлашыу проблемаларына, һөнәри ауырыуҙарҙы башланғыс стадияларында диагностикалау критерийҙарын, проф. хәүефтең һаулыҡҡа зарарлығын баһалау ысулдарын эшләүгә һәм нефтехимия сәнәғәте һәм химия сәнәғәтендә эшләүҙең һаулыҡ өсөн хәүефһеҙ стажын, эре сәнәғәт һәм а.х. пр‑тиелары урынлашҡан төбәктәрҙә мед. экологияһының фәнни нигеҙҙәрен билдәләүгә ар‑ налған. К. тарафынан махсус профпатологик мед. ярҙамын ойоштороу принциптары, насар һәм зарарлы хеҙмәт шарттарында эшләү өсөн проф. һайлап алыу һәм яраҡлылыҡ критерийҙары, сәнәғәт пр‑тиелары эшселәренең һаулыҡ торошон күҙаллау һәм уға идара итеүҙең автоматлаштырылған системаһының нигеҙҙәре һәм принциптары эшләнә. К. тикшеренеү һөҙөмтәләре Рәсәй һәм респ. кимәлендә 90‑ға яҡын норматив һәм методик документ төҙөгәндә файҙаланылған. 470‑кә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” (1981), “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2014) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Нефть и здоровье: в 2 ч. Уфа, 1993 (авторҙ.); Медико‑биологические последствия диоксинов. Уфа, 2002 (авторҙ.); Заболевания, связанные с условиями труда в нефтедобывающей, нефтеперерабатывающей, нефтехимической, химической промышленности. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Илл.: Л.М.Карамова

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.