КАРАМОВА Ирина Марсил ҡыҙы (16.7.1961, Өфө), кардиолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2015), мед. ф. д‑ры (2011). БР‑ҙың атҡ. табибы (2006). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) Респ. кардиология диспансерында эшләй: 2000 й. алып баш табип урынбаҫары, 2004 й. — баш табип; 2012 й. — Ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһының баш табибы; бер үк ваҡытта 1992 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһы сирҙәре м‑н ауырығандарҙың үлемен кәметеүгә йүнәлтелгән маҡсатлы программалар эшләүгә, хроник йөрәк етешмәүсәнлеге булған пациенттарға махсус кардиологик ярҙам күрһәтеүҙе камиллаштырыуға һ.б. арналған. К. ҡатнашлығында коронар артерияларҙың миокардиаль күперсектәрен модификацияланған фармакол. стресс‑эхокардиография алымы м‑н яраламайынса дифференциаль диагностикалау ысулдары һ.б. эшләнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы. 

Хеҙм.: Профилактика осложнений в хирургии сонных артерий. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018