“КАРАИДЕЛЬ” (“Ҡариҙел”), ижт.- сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Ҡариҙел” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Ҡариҙел р‑нының Ҡариҙел а. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Караидел хәбәрләре”) телдәрендә сыға. 1933 й. авг. алып “Алға” исеме м‑н башҡ. (1934 й. — татар телендә) һәм “Вперёд” исеме м‑н урыҫ телдәрендә, 1956 й. — “Ленинец” (“Ленинсы”), 1990 й. — “К.”, 2006 й. башлап хәҙ. исемдәре м‑н урыҫ һәм татар телдәрендә сыға. 2003 й. алып айына 2 тапҡыр башҡ. телендә “Хазина” ҡушымтаһын сығара. 1962—63 йй. нәшер ителмәй. 

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018