КАРАБАНОВ Георгий Николаевич (1.2.1938, Петропавловск ҡ. — 9.11.2002, Өфө), анестезиолог‑реаниматолог, онколог. Мед. ф. д‑ры (2001). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Архангел өлк. Вышний Волочёк, Керчь ҡҡ. мед. учреждениеларында, 1970 й. алып Респ. онкология диспансерында (Өфө) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге ҡандың составын һәм реологик үҙенсәлектәрен, онкологик ауырыуҙар ваҡытында эндотоксикоз патогенезын тикшереүгә, операцияға әҙерләү ысулдарын (ш. иҫ. гелий-неонлы лазер ҡулланып) һәм яман шеште хирургик дауалауҙа инфузион терапия ысулдарын камиллаштырыуға арналған. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. 

Әҫәрҙ.: Гемореологические расстройства и их коррекция у онкологических больных. Уфа, 2003 (авторҙ.).

Ш.Х.Ганцев

Тәрж. М.М.Хәйҙәров

 

Текст на русском языке