КЛИМАТ РЕСУРСТАРЫ, терр‑яның хужалыҡта, сәнәғәттә һ.б. маҡсаттарҙа ҡулланыла торған климат мөмкинлектәре запасы. Бөтмәҫ тәбиғәт ресурстарына ҡарай. К.р. үҫемлектәр үҫешен тәьмин иткән һәм кешелеккә комфортлы (дискомфортлы) йәшәү шарттарын тыуҙырған ҡояш энергияһы; бер йыл эсендәге һәм вегетация осорондағы яуым-төшөм күләме; һауа хәрәкәтенең тиҙлеге, көсө һәм йүнәлеше (ел режимы), климаттың башҡа күрһәткестәре инә. К.р. араһында агроклимат һәм рекреацион ресурстар ҙур урынды алып тора. Агроклимат ресурстары — терр‑ялағы климат һәм вегетация шарттары йыйылмаһы, улар а.х. культураларының билдәле бер төркөмөн үҫтереү һәм культуралаштырыу өсөн кәрәк (ҡара: Агроклиматология). Башҡортостандың Урал алды [вегетация осоронда т‑ралар суммаһы 1900—2400°С, Г.Т.Селяниновтың гидротермик коэф. (ГТК) 1,0—1,5] етерлек дымлы һәм йәйге осорҙа юғары т‑ралы районға ҡарай; бында иген культуралары, ҡуҙаҡлы иген культуралары, мал аҙығы культуралары, техник культуралар үҫтереү һөҙөмтәле һанала. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы — дымлылығы юғары һәм һауа температураһы түбән булған район; бында вегетация осоро ҡыҫҡа, оҙаҡҡа һуҙылған ҡырауҙар булып тора, ер өҫтө ныҡ телгеләнгән, ошо шарттарҙа урыны м‑н картуф, ҡуҙаҡлылар һәм силос культуралары үҫтерелә. Башҡортостандың Урал аръяғы (т‑ралар суммаһы 2080—2400°С, ГТК 0,7—1,0) — аҙ дымлы район, ҡар ҡатламының ҡалынлығы түбән булыу арҡаһында бында ужым культураларынан башҡа иген, мал аҙығы культуралары үҫтерелә. Климат сезондары БР халҡының көнкүреше һәм ялы өсөн комфортлы тип иҫәпләнә. Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре б‑са, йәйге ял өсөн уңайлы булған йылы осор майҙан алып сент. тиклем дауам итә, 120—130 көндән тора, июлдә уртаса т‑ра 16,5—20,0°С; һалҡын осор нояб. алып мартҡа тиклем, 130—140 көндән тора, ғин. уртаса т‑ра ‑11,6°С алып ‑17,0°С тиклем, ҡыҫҡа һыуыҡ осор күҙәтелә (‑47°С тиклем). Ҡояшлы ваҡыттың уртаса дауамлылығы йылына 1803—2401 сәғ. тәшкил итә. БР терр‑яһында ҡояшлы көндәрҙең һаны Балтик буйы һәм Сочи курорттарына ҡарағанда күберәк, был шифаханакурорт учреждениелары селтәре үҫешенә булышлыҡ итә. Шулай уҡ ҡара: Климат буйынса районлаштырыу.

Р.Ғ.Ғәлимова

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке