КАППЕЛЬ Владимир Оскарович [16.4.1883, Тула губ. Белёв ҡ. — 26.1. 1920, Себер т. юлы Утай разъезы; Чита ҡ. ерләнгән, 1920 й. — Харбин ҡ. (Ҡытай), 2007 й. Мәскәүҙә ҡабаттан ерләнгән], Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Ген.‑лейтенант (1919). Дворяндарҙан. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Император Николай хәрби акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1913). 1901—17 йй. рус армияһында, подполк. (1916); 1918 й. Халыҡ армияһында, полк.; нояб. алып Рус армияһында. 1918 й. нояб. башлап Волга буйы армия корпусы командующийы. Дек. алып А.В.Колчактың Юғары баш командованиеһы резервында тора, ғин. — 1‑се Волга буйы корпусы, 1919 й. майынан Волга буйы ғәскәрҙәре төркөмө командующийы, дек. Көнсығыш фронттың баш командующийы. Аҡтарҙың Көнсығыш Себергә сигенеүенә (“Себер Боҙ походы”) етәкселек итә. 3‑сө (1919 й. сент.) һәм 4‑се (ш. уҡ йылдың июне) дәрәжә Изге Георгий, 4‑се дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы Изге Владимир (1915), 2‑се дәрәжә ҡылыслы (1915), 3‑сө (1913) һәм 4‑се (1916) дәрәжә Изге Анна, 2‑се дәрәжә ҡылыслы Изге Станислав (1915) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Федорович А. Генерал В.О.Каппель. Мельбурн, 1967; Каппель и каппелевцы. М., 2003; Великий Сибирский Ледяной поход. М., 2004.

И.Ф.Плотников

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Текст на русском языке