КАПЕЛЛА, Ылаусы α‑һы, спектраль-ҡуш (һары) гигант йондоҙ. Визуаль йондоҙ дәүмәле 0m,1. Радиусы Ҡояштыҡынан яҡынса 14 тапҡырға ҙурыраҡ. Ерҙән яҡынса 42 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Төньяҡ ярымшарҙағы иң баҙыҡ йондоҙҙарҙың береһе. БР терр‑яһында байымай торған йондоҙ. Дек., төн ур‑ таһында йондоҙ офоҡ өҫтөнән иң ҙур бейеклеккә (80°) күтәрелгән саҡ — күҙәтеү өсөн иң уңайлы осор. 

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018