КАПАТОВА (Полянская) Людмила Юрьевна (29.5.1955, Горький өлк. Кстово ҡсб), актриса. РФ‑тың атҡ. артисы (2006). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). Горький театр уч‑щеһын (1976; А.И.Мишин курсы), ӨДСИ‑не (1986; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) тамамлаған. 1977 й. алып Башҡ. ҡурсаҡ театры, 1987 й. — Башҡортостандың Респ. урыҫ драма театры, 2001 й. Г.Чихачёв етәкс. Мәскәү муз. театры актрисаһы һәм бер үк ваҡытта А.И. Герцен ис. 1‑се Үҙәк балалар китапханаһы эргәһендәге “Дебют” театр студияһы (Мәскәү) етәксеһе. Актрисаға музыкаллек, нәфислек, юмор, эксцентрик алымдарға ынтылыу хас. Ҡурсаҡ театрындағы төп ролдәре: Мальчиш-Плохиш (А.Гайдар әҫәрҙәре б‑са В.Миодушевский һәм В.М.Штейндың “Алдан елгән һыбайлы” — “Всадник, скачущий впереди” инсценировкаһы), Агазия, Эрида (“Ташлама утты, Прометей!” — “Не бросай огонь, Прометей!”, М.Кәрим), Эгле (С.Неристың “Эгле — туҙбаш йыландар королеваһы” — “Эгле— королева ужей” поэма-әкиәте б‑са Миодушевский инсценировкаһы); Урыҫ драма театрында — Фёкла Ивановна (“Өйләнеү” — “Женитьба”, Н.В.Гоголь), Агафья Дюжибье (“Петербург фатирҙары” — “Петербургские квартиры”, Ф.А.Кони), Беатриче (“Комик театр” — “Комический театр”, К.Гольдони); Г.Чихачёв етәкс. Мәскәү муз. театрында — Айседора Дункан (“Хулиган һәм ялан аяҡлы ҡатын” — “Хулиган и босоножка”, Н.Голикова пьесаһы б‑са), Галчиха (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” — “Без вины виноватые”, А.Н.Островский), Дарья Меньшикова (“Үҫмер батша Пётр II” — “Царь‑отрок Пётр II”, Н.Истрина), Миссис Хадсон [Э.Р.Берроуздың “Маймылдар аҫрауға алған Тарзан” (“Тарзан — приёмыш обезьян”) романы мотивтары б‑са В.Качесовтың “Тарзан. Love story”], госпожа Простакова [Д.И.Фонвизиндың “Һаҡаллы сабый” (“Недоросль”) пьесаһы б‑са А.Журбиндың ш. уҡ исемле әҫәре] һ.б. Ул А.Миронов ис. Бөтә Рәсәй актёр йыры конкурсы дипломанты (Түб. Новгород ҡ., 1994).

 И.А.Бондарева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке