КАПАТОВ Игорь Альбертович (19.8.1953, Горький ҡ.), актёр. БР‑ҙың халыҡ (1993), БАССР‑ҙың атҡ. (1988) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). Горький театр уч‑щеһын (1977; Ю.М.Копылов курсы), ӨДСИ‑не (1986; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) тамамлаған. 1977 й. алып Башҡ. ҡурсаҡ театры, 1982 й. — БР‑ҙың Респ. урыҫ драма театры актёры, 2001 й. — Мәскәүҙә эшләй. Актёр башлыса көслө характерлы ролдәргә, эксцентрикаға, гротеск һәм тәрән психологик анализға тартыла. Ҡурсаҡ театрында төп ролдәре: Гайдар (А.Гайдар әҫәрҙәре б‑са В.Миодушевский һәм В.М.Штейндың “Алдан елгән һыбайлы” — “Всадник, скачущий впереди” инсценировкаһы; дебют, 1977), Хоҙай (“Илаһи комедия” — “Божественная комедия”, И.В.Шток), Прометей (“Ташлама утты, Прометей!” — “Не бросай огонь, Прометей!”, М.Кәрим); Урыҫ драма театрында: Бронников (“Иҫке йорттағы биш романс” — “Пять романсов в старом доме”, В.К.Арро), Войницкий (“Ваня ағай” — “Дядя Ваня”, А.П.Чехов), Крогстад (“Ҡурсаҡ йорто” — “Кукольный дом”, Г.Ибсен), Анучкин (“Өйләнеү” — “Женитьба”, Н.В.Гоголь). Х.К.Андерсендың “Дюймовочка” (1997; Башҡ. ҡурсаҡ театры), Л.Измайлов м‑н В.Чудодеевтың “Тыҡрыҡтағы детектив” — “Детектив на перекрёстке” (1998; БР‑ҙың Респ. урыҫ драма театры), В.Н. Афониндың “Һәпрүш” — “Мымрёнок” (2001; Мәскәү дәүләт өлкә ҡурсаҡ театры) һ.б. спектаклдәрен сәхнәгә ҡуя. “Юллау ваҡыты” — “Срок давности” (1983; “Мосфильм” к/ст), “Ҡатын‑ҡыҙ ҡарашы—3” — “Женская логика—3” (2003; “Вертикаль” к/ст ЯСЙ “ТВ Центр” ААЙ м‑н берлектә), “Звездочёт” — “Йондоҙ һанаусы” (2004; “Студия Аватар‑фильм” ЯСЙ) һ.б. кино‑ һәм телефильмдарҙа төшә. 

Әҙәб.: Кусимова С.Г., Вербицкая Г.Я. Театр в пьесах, спектаклях и лицах (Драматическая сцена Башкортостана в 70—90‑е годы ХХ века). Уфа, 2002.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на башкирском языке

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.