КАНЦЕРОГЕНДАР (лат. cancer — шеш һәм ...генез), яман шештәрҙең барлыҡҡа килеүенә һәм үҫеүенә булышлыҡ итеүсе химик берләшмәләр, биол. (стероид гормондар, онкоген вирустар һ.б.) йәки физик (ионлаштырыусы һ.б. төр нурланыштар) агенттар. Халыҡ‑ара яман шеште өйрәнеү б‑са агентлыҡ тарафынан канцерогенлыҡтың иҫбат ителеү дәрәжәһе б‑са К. (бөтәһе 869 фактор һәм матдә баһаланған) 4 төркөмгә бүленә: канцероген, канцероген булыуы ихтимал (2А) йәки мөмкин (2В) булған, канцерогенлығы б‑са классификацияланмай торған, канцерогенлығы ихтимал булмаған факторҙар һәм матдәләр. Факторҙарҙың һәм матдәләрҙең канцероген хәүефлеге кеше организмына тәьҫиренең кимәленә һәм оҙайлылығына, ш. уҡ улар тәьҫиренең йоғонтоһон үҙгәртә алырлыҡ башҡа сәбәптәргә бәйле. Тәбиғи һәм синтетик, тура тәьҫирле (биополимерҙар м‑н туранан‑тура тәьҫир итешәләр) һәм тәьҫире туранан‑тура булмаған (инерттар, ләкин күҙәнәктең фермент системаһы ҡатнашлығында актив берләшмәләргә әйләнеүҙәре мөмкин) канцероген химик берләшмәләрҙе айыралар. Канцероген берләшмәләрҙе шартлы рәүештә бер урынға (аппликация урынындағы шештәр), селектив (билдәле урында) йәки күп урынға (төрлө ағзаларҙа һәм туҡымаларҙа) тәьҫир итеүселәргә бүләләр. Канцероген берләшмәләргә винилхлорид, иприт, бензол, ароматик аминдар, нитрозаминдар, полициклик ароматик углеводородтар, асбест, ауыр металдар тоҙҙары, нефть һәм һәүерташ майҙары, таш күмерле һәм нефтле ыҫмалалар, диэтилстильбэстрол һ.б. ҡарай. Канцероген берләшмәләр атмосфералағы һауа составында, сәнәғәттең химия, металлургия, күмер, ағас эшкәртеү, тау тоҡомдарын сығарыу һ.б. тармаҡтарының ташландыҡтарында, ш. уҡ машиналарҙан сыҡҡан газдарҙа, йылытыу системаларының төтөнлө ташландыҡтарында (ҡара: Антропоген ташландыҡтар) табылған. Башҡортостанда БР‑ҙың Гигиена һәм эпидемиология үҙәге тарафынан БР‑ҙың хеҙмәт һәм халыҡты соц. яҡлау министрлығы, Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институты м‑н берлектә технологик процестарҙа канцероген матдәләр файҙаланған производстволарҙы санитар‑гигиеник паспортлаштырыу б‑са планлы рәүештә фәнни- методик эш алып барыла. Биохимия һәм генетика ин‑тының Геномика бүлегендә генетик маркерҙарҙы асыҡлау нигеҙендә ҡайһы бер шеш ауырыуҙарына, ш. иҫ. һөт биҙҙәре, балаятҡы, үпкә яман шешенә, эндометриозға һәм гемобластоздарға, кешенең нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән бирешеүсәнлеге өйрәнелә. Шулай уҡ ҡара: Химик мутагендар, Токсикология.

Әҙәб.: Канцерогенные вещества: материалы Междунар. агентства по изучению рака. М., 1987; Перечень веществ, продуктов, производственных процессов, бытовых и природных факторов, канцерогенных для человека: ГН 1.1. 795—798. М., 1999; Гуляева Л.Ф., Вавилин В.А., Ляхович В.В. Ферменты биотрансформации ксенобиотиков в химическом канцерогенезе: аналит. обзор. Новосибирск, 2000 (Серия: Экология; вып. 57).

Т.В.Викторова, Р.Б.Ибәтуллина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018