КЛИМАТ МИҘГЕЛДӘРЕ, климат билдәләре (термик режим, дымланыу шарттары, атмосфера циркуляцияһы) б‑са бүленгән һәм бер нисә айға һуҙылған йыл осорҙары. Йылды К.м. бүлеү климат бүлкәттәре б‑са эшләнә. Экватор бүлкәтендә К.м. бүленмәй; субэкватор, тропик һәм субтропик бүлкәттәрҙә оҙонлоғо м‑н айырылған ҡоро һәм ямғырлы К.м. була; уртаса бүлкәттә — 4 К.м. (ҡыш, яҙ, йәй, көҙ); арктик һәм субарктик, антарктик һәм субантарктик бүлкәттәрҙә — оҙон ҡыш һәм ҡыҫҡа йәй. БР терр‑яһы уртаса климат бүлкәтендә урынлашҡан (ҡара: Климат); респ. океандарҙан йыраҡ булыуына һәм рельеф формаларының төрлөлөгөнә бәйле 4 К.м. аныҡ айырыла. Ҡыш оҙайлы, 148—164 көнгә һуҙыла, ғин. уртаса т‑ра ‑14,6°С, миним. ‑44°С. Ҡар булып яҡынса 190 мм яуым-төшөм яуа, бурандар була. Һауаның сағыштырма дымлылығы 82—85%. Ҡар ҡатламы нояб. барлыҡҡа килә һәм апр. уртаһында юғала, 158 көн ята, бейеклеге 0,8 м (макс. 1,2 м). Көньяҡ, төньяҡ‑көнбайыш һәм көньяҡ‑көнбайыш йүнәлешле ел өҫтөнлөк итә, уртаса тиҙлеге 3,0—4,4 м/с. Яҙ 53 көн тирәһе дауам итә, һауаның уртаса т‑раһы 9,3°С, апр. уртаса айлыҡ т‑ра 3,2°С. 55 мм яуым-төшөм була. Һауаның сағыштырма дымлылығы 65%. Ныҡлы ҡар ҡатламы уртаса тәүлек һауа температураһы күтәрелгәс ирей башлай. Көньяҡ‑көнбайыш йүнәлешле ел өҫтөнлөк итә, уртаса тиҙлеге 2,9—3,8 м/с. Йәй йылы, 113 көн дауам итә, июлдә уртаса айлыҡ т‑ра 19°С, макс. 39°С. Яҡынса 200 мм яуым‑төшөм була. Һауаның сағыштырма дымлылығы 62—72%. Төньяҡ‑көнбайыш һәм көньяҡ‑көнбайыш йүнәлешле ел өҫтөнлөк итә, уртаса тиҙлеге 2,3—3,4 м/с. БР‑ҙа йәйге миҙгелдең насар яғы — ҡоролоҡ һәм ҡыуан елдәр. Көҙ яҡынса 51 көнгә һуҙыла, һауаның уртаса т‑раһы 7°С; сент. аҙағында т‑ра 0°С‑тан түбән төшә, окт. — 20°С‑тан түбән. Баҫып яуған ямғыр, ҡар ҡатыш ямғыр, ҡар (окт. аҙағында) булып 87 мм тирәһе яуым-төшөм яуа. Сағыштырма дымлылыҡтың яйлап 81%‑ҡа тиклем күтәрелеүе күҙәтелә. Көньяҡ‑көнбайыш йүнәлешле ел өҫтөнлөк итә, уртаса тиҙлеге 3,6 м/с тиклем. Башҡортостандың Урал аръяғына һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралына ҡарағанда Башҡортостандың Урал алдында йылы К.м. күпкә оҙағыраҡ була. Миҙгел күренештәрен фенология өйрәнә.

С.Ғ.Курас

Тәрж. Х.А.Шәрипова 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018