АЛЕКСАНДРОВКА, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Йомағужа а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 35 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Уҙы й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 120 кеше; 1920 — 1655; 1939 — 952; 1959 — 641; 1989 — 336; 2002 — 395; 2010 — 367 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Йомағужа 2‑се урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Ырымбур өйәҙендә урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1866 й. (37 йортта 262 кеше йәшәгән) алып Александровский утары булараҡ билдәле. 1920 й. Яңы Александровка а. булараҡ иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке