КАНТОН, Сыҡты, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Яңы Бәрҙәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 36 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 110 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 82 кеше; 1939 — 158; 1959 — 210; 1989 — 148; 2002 — 149; 2010 — 151 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1908—09 йй. Бөрө өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Хәлил һәм Яҡуп аа. кешеләре Яңы Кантон исеме м‑н бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018