КАНТОН МӘКТӘПТӘРЕ, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда башҡорттар өсөн башланғыс дөйөм белем биреү уҡыу йорттары. Халыҡ һәм Башҡорт ғәскәре командованиеһы башланғысы м‑н ойошторолалар. Хәрби министрлыҡ ҡарамағында булалар һәм кантон башлыҡтары контроле аҫтында эшләйҙәр. Башлыса ауыл ерендә асылалар, ауыл йәмғиәттәре һәм ғәскәр аҡсаһына тотолалар. Уҡыу бушлай була. Уҡыу курсы — 2 йыл. Ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн айырым мәктәптәр була. Уҡытыу урыҫ телендә мәхәллә уч‑щелары программаһы (уҡыу, яҙыу, арифметика, ҡайһы берҙәрендә мосолман дин ғилеме) б‑са алып барыла. Урыҫ писарҙары һәм отставкалағы чиновниктар, ш. уҡ муллалар уҡыта. 1860 й. 5 К.м. (шуларҙың 2‑һе — ҡыҙ балалар өсөн) — 300‑гә яҡын уҡыусы (ш. иҫ. 17 ҡыҙ; мәхәллә училищеларында уҡыусыларҙы иҫәпкә алып), 1862 й. 24 К.м. (1‑һе — типтәрҙәр өсөн) — 500‑гә яҡын, 1864 й. 26 К.м. — 300 уҡыусы, 1865 й. 32 К.м. (4‑һе — ҡыҙ балалар өсөн) 600‑ҙән ашыу бала (ш. иҫ. 30 ҡыҙ; мәхәллә һәм өйәҙ училищеларында уҡыусыларҙы иҫәпкә алып) белем ала.

Әҙәб.: Савицкий Г.В. Начальное образование в Оренбургском крае во II половине XIX — начале XX вв. Власть и общество — аспекты взаимодействия. Оренбург, 2010.

А.И.Ҡаһарманова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018