КАНТОН БАШЛЫҒЫ, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда кантонда иң юғары вазифалы кеше. Тәүге К.б. Ырымбур губернаторы И.А.Игельстром тарафынан тәғәйенләнгән, һуңыраҡ — чиновниктар һайлаған (хәрби губернатор раҫлаған). Земство суды (йыш ҡына суд вәкилдәре башбаштаҡлыҡ ҡылған) вәкилдәре ҡатнашлығында уҙған һайлауҙарға төрки һәм урыҫ телдәрен белгән “намыҫлы” чиновниктар үтә алған. 1863 й. алып К.б. урыҫ чиновниктары араһынан ген.‑губернатор тәғәйенләгән. Тәүҙә туранан‑тура хәрби губернаторға, 1834 й. башлап Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийына буйһонған. Үҙ кантонында хәрби, сәйәси‑адм., суд һәм полиция, хужалыҡ өлкәләрендә ҙур хоҡуҡҡа эйә булған, юғары власть әһелдәре күрһәтмәләрен, указдарын үтәгән. Хәрби губернаторға кантондағы чиновниктар, ябай кешеләр, дин әһелдәре, хужалыҡтар иҫәбе т‑да мәғлүмәттәр әҙерләп биргән, сик хеҙмәтенә хеҙм‑рҙәр тәғәйенләүҙе күҙәткән, поход чиновниктарын тәғәйенләгән. Башҡ. ерҙәрен һатыу һәм ҡуртымға биреү, дәүләт һәм земство йөкләмәләре үтәлешен, һалым йыйыуҙы күҙәткән, хужалыҡ эшмәкәрлегенә ҡыҫылыу, общинала крепостной мөнәсәбәттәрҙе көсләп тағыу хоҡуғына эйә булған. Тәртип урынлаштырыу б‑са иң элек үҙ‑ара низағтар, көс ҡулланыу, ваҡ‑төйәк ер бәхәстәрен һәм тәртип боҙоуҙарҙы, чиновниктарҙың ҡыйырһытыуы кеүек мәсьәләләрҙе ҡарап, ниндәй яза биреүҙе хәл иткән. 1841 й. алып К.б. хоҡуҡтары б‑са хоҡуҡ приставтарына тиңләштерелә (10 һумлыҡ енәйәт эштәрен ҡараған). Уның ҡарарҙары м‑н ҡәнәғәт булмағандар хәрби губернаторға мөрәжәғәт итә алған. К.б. ҡасҡындарҙы эҙләп табыуға булышлыҡ итергә бурыслы булған, шуға күрә үҙ кантонында пикет командалары ойошторған. К.б. урынында булмаған саҡта, уны 1—2 ярҙамсыһы алмаштырған. Көндәлек эштәр м‑н шөғөлләнеү өсөн К.б. йәшәгән урында кантон штаб‑квартираһы (ул урынлашҡан торама пункт кантон үҙәге иҫәпләнгән) булдырылған. Унда 1 урыҫ һәм 2 башҡ. писары хеҙмәт иткән. Штаб‑квартира кантон халҡы иҫәбенә тотолған. Хәбәр йөрөтөү өсөн К.б. ҡарамағында 2 сабауыл (ординарецтар; хәрби хеҙмәткә алынмағандар, жалованье түләнмәгән) була. Йыш ҡына К.б. идара иткән осорҙа вазифанан самаһыҙ файҙаланыу, башбаштаҡлыҡ күҙәтелгән. Күптәре тикшереү үтеп, судҡа тарттырылған, әммә язанан ҡотолоп ҡалған. Идара итеүҙең кантон системаһы м‑н бергә К.б. вазифаһы ла бөтөрөлә. Был вазифа булған осорҙа эшмәкәрлектәре кантон идараһына бәйле нәҫелдәр үҫеп сыға: Азаматовтар, Аҡсулпановтар, Бикмәтовтар, Биктимеровтар, Ибраһимовтар, Көсөковтар, Ҡыуатовтар, Өмөтбаевтар, Рәжәповтар, Солтановтар, Сыртлановтар, Әдүтовтар (ҡара: табл.). 

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

 Башҡорт һәм мишәр кантон башлыҡтары *

Кантондар

 

Кантон башлығы

Дәрәжәһе

 

 

1798 йыл

 

Башҡорт

1

тәғәйенләнмәгән

 

 

2

тәғәйенләнмәгән

 

 

3

Әбдрәшитов

 

 

4

Такшан Дербышев

 

 

5

Саптараҡов

 

 

6

Аҡҡол Биктимеров

подпоручик

 

7

Яҡупов

 

 

8

Күсәрбай Аҡсулпанов 

капитан

 

9

Буранғол Ҡыуатов

подпоручик

 

10

Йосопов

поручик

 

11

Ғәбделйәлил Солтанов 

поручик

Мишәр

1

Мәхмүтов

 

 

2

Мәҡсүтов

поручик

 

3

Солтанморатов

подпоручик

 

4

Мәүлитов

 

 

5

Юнысов Сәйетбаттал Баязит улы

яҫауыл

 

 

1847 йыл

 

Башҡорт

1

Көсөков Хәсән Ҡолой улы

хорунжий

 

2

Рөстәнов Мөхәмәтша Ҡоләхмәт улы

зауряд-хорунжий

 

3

Азаматов Мирхәйҙәр Ихсан улы

хорунжий

 

4

Загорный һәм 4‑се Көнбайыш

 

 

Буҙыҡаев Мөхәмәтйән Ержабай улы

 

 

яҫауыл

 

5

Көсөков Абдулла Ҡолой улы

сотник

 

6

Бейешев Хәсән Байназар улы

сотник

 

7

Ибраһимов Лоҡман Усман улы

ғәскәри старшина

 

8

Өмөтбаев Ишмөхәмәт Ишҡол улы

хорунжий

 

9

Дәүләтшин Абдулла Дәүләтша улы

яҫауыл

 

10

Килмәтов Абдулхалиҡ Тимербай улы

зауряд-хорунжий

 

11

Солтанов Мөхәмәтшәриф Баязит улы

хорунжий

 

12

Сыртланов Шаһгардан  Ишбулды улы

 

Мишәр

1

тәғәйенләнмәгән

 

 

2, 3

Рәжәпов Шаһибәк Фәйзулла улы

хорунжий

 

4

Вәлитов Ибраһим Сәйфулла улы

яҫауыл

 

5

Юнысов Мостафа Сәйетбаттал улы

зауряд-хорунжий

 

 

1861 йыл

 

Башҡорт

1

Дәүләтшин Абдулла Дәүләтша улы

подполк.

 

2

Сыртланов Мөхәмәтзариф Этбай улы

яҫауыл

 

3

Бикбов Мөхәмәтрәхим Ишмөхәмәт улы

сотник

 

4

Биксурин Ҡотләхмәт Ғәли улы

 

 

5

Ҡансурин Хәбибулла Баймырҙа улы

сотник

 

6

Сибаев Шаһиәхмәт Утарбай улы

зауряд-сотник

 

7

Рөстәнов Шаһиморат Ҡоләхмәт улы

зауряд-яҫауыл

 

8

ваҡытлы идарасы Сапожников Дмитрий Дмитриевич

штабс-капитан

 

9

Хәйеров Әхмәт Хәйер улы

сотник

 

10

Көсөков Абдулла Ҡолой улы

яҫауыл

 

11

Ҡыуатов Әлмөхәмәт Әхмәт улы

яҫауыл

 

12

Әдүтов Низаметдин Баһауетдин улы

сотник

 

13

Хәлилев Әхмәҙи Ғәйнелшиуар улы

хорунжий

 

14

Килмәтов Абдулхалиҡ Тимербай улы

сотник

 

15

Ҡайбышев Мөхәмәтгәрәй Мөхәмәтшәрип улы

хорунжий

 

16

Төпәев Исмәғил Ардыуан улы

сотник

 

17

Манашев Мирсаяф Мөхәмәтрәхим улы

сотник

 

18

Солтанов Мөхәмәтшәриф Баязит улы

сотник

 

19

Солтанов Шаһиморат Баязит улы

сотник

 

20

Сыртланов Шаһисолтан Шаһгардан улы

сотник

 

21

Сыртланов Шаһгардан Ишбулды улы

ғәскәри старшина

 

22

Нуғайбәков Солтангәрәй Шаһингәрәй улы

яҫауыл

 

23

Солтанов Мөхәмәтсадиҡ Әбдрәхим улы

сотник

 

24

Ишбулатов Йыһангир Исхаҡ улы

яҫауыл

 

25

Өмөтбаев Ишмөхәмәт Ишҡол улы

яҫауыл

 

26

Ҡәйепов Мөхәмәтгәрәй Ильяс улы

зауряд-яҫауыл

 

27

Һунарғолов Төхвәтулла Аманғол улы

зауряд-хорунжий

 

28

Ибраһимов Әбделфазыл Лоҡман улы

яҫауыл

٭Таблицаны Л.Ф.Таһирова төҙөнө

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.